+24 °С
Ямғыр
Баймаҡ ҡалаһының “Миләш” балалар баҡсаһында Лилиә Баймурзина етәкселегендәге “Аҫылташ” милли мәҙәни-мираҫ клубы ағзалары ҡунаҡта булды. Улар бәләкәстәргә халҡыбыҙҙың милли кейемдәрен күрһәтеп, уларҙың асылы менән таныштырҙы. Бәләкәстәр яуап итеп, “Өләсәйем һандығы” фольклор байрамын сәхнәләштерҙе. Һуңынан бергәләп башҡорт халҡы уйындары: “Күмер йөҙөк”, "Тирмә” уйындарын уйнанылар.