+21 °С
Болотло


Таһир ауылы ағинәйҙәре икенсе ярты йыллыҡҡа "Һаҡмар" гәзитенә әүҙем яҙылды .
- Үҙем дә башҡортса гәзит - журналдарҙы яратып уҡыйым , яҙылмай ҡалғаным юҡ . Почтальоныбыҙ подписка ваҡытында өйгә килеп яҙҙыра. Ейән -ейәнсәрҙәрем дә район гәзитен уҡырға ярата , өйҙә лә , Һаҡмар йылғаһы буйына сыҡҡанда ла фекер алышабыҙ, - ти Таһир ауылы ағинәйҙәре ойошмаһы рәйесе Айһылыу Хәбибуллина. Афарин, ағинәйҙәргә!