Йыл башынан алып республикала 1239 янғын теркәлгән. Уларҙа 59 кешенең ғүмере өҙөлгән, 50 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Баймаҡта 27 янғын булып, уларҙа 4 кеше һәләк булған.
Рәсәйҙә янғын сығыу хәүефе апрелдән ноябргә тиклем дауам итә. Яҙғыһын, ғәҙәттә, янғын ҡарауһыҙ ҡалған усаҡтан, һүндермәй ташлаған тәмәке төпсөгөн һәм шырпынан, транспорт сараһының осҡон сәсрәткән торбаһынан, үлән яндырғандан, линза кеүек ҡыҙҙырған быяла ярсыҡтарынан сыға.
Үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн түбәндәге ябай, ләкин мөһим ҡағиҙәләрҙе мотлаҡ үтәргә кәрәк. Ағастан төҙөлгән бина, ағас ҡыуаҡлыҡтары, кипкән үлән эргәһендә ут менән менән булышмағыҙ. Ҡороған үләндәрҙе яҡҡанда уны ташлап китмәгеҙ, һүнеп бөткәнсә эргәһендә булығыҙ. Осҡондоң күҙ асып йомған арала таралып, янғын тыуҙырыу хәүефе бар. Ихатағыҙҙы ваҡытында төҙөлөш ҡалдыҡтарынан һәм башҡа ҡый-һайҙан таҙартығыҙ. Йортта һәр ваҡыт ут һүндергес ҡоролма, һыу тултырылған бак һәм биҙрә булһын. Янғын сығыу хәүефе мәлендә балалар менән аңлатыу эштәре алып барыу мотлаҡ. Уларға шырпының уйынсыҡ түгел икәнлеген иҫтәренә төшөрөгөҙ.
Ут яғырға тура килгән осраҡта хәүефһеҙлек сараларын теүәл күҙәтегеҙ. Торф, йәш ҡарағай үҫентеләре, ҡоро ағастар булған, кипкән үлән янында усаҡ тоҡандырмағыҙ.
Ә шулай ҙа янғын сыға ҡалһа, нимә, ҡайҙа, ниндәй күләмдә януы тураһындағы мәғлүмәтте шунда уҡ тейешле органдарға хәбәр итегеҙ. Йәрәхәтләнеүсе була ҡалһа, уға ярҙам итегеҙ. Әгәр янғын аҫтан барһа, ул ерҙән мөмкин тиклем тиҙерәк китергә тырышығыҙ. Был осраҡта уттан перпендикуляр яҡҡа йүнәлегеҙ. Еүеш сепрәк аша тигеҙ итеп тын алығыҙ. Кире осраҡта, аңды юғалтыуығыҙ ихтимал. Әгәр ҙә өҫтөгөҙҙәге кейемегеҙ янһа, ергә ятып тәгәрәгеҙ. Балағыҙ менән шундай бәлә тыуа ҡалһа, ҡалын материалды өҫтөнә ябып, һүндерергә тырышығыҙ.
Әгәр ҙә янғын өҫтән барһа, мәҫәлән, ағас янһа, янып төшкән ботаҡтарҙан һаҡланығыҙ. Асыҡ ергә сығырға, йылға, шишмә булған ергә барып етергә тырышығыҙ.
Шуны ла иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: янғын хәүефһеҙлеген күҙәтмәгән осраҡта, административ яуаплылыҡ ҡаралған. Ҡайһы бер осраҡта енәйәт эшенең дә ҡуҙғатылыуы ихтимал. Айырым янғын хәүефе режимы индерелгән осорҙа административ штраф суммаһы ла ҙур.
Янғын сыҡҡан осраҡта “112” йәки 8 (34751) 3-11-62 телефон һандары аша шылтыратығыҙ.
Шәфҡәт Ямантаев,
Баймаҡ районы буйынса янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү бүлексәһе инспекторы.