Новости
15 Апрель , 02:50

Яугирҙәргә - "Баймаҡ толстовкалары"!

Баймаҡ районының “Беҙ бергә” ирекмәндәр төркөмөнөң флис материалынан теккән толстовкаларҙы яугирҙәр яратып, шулай атап йөрөтә. Әле уларға ике меңдән ашыу был йылы кейем оҙатылған. Барлыҡ изге эштәрҙең артында Баймаҡ ҡалаһы, Мерәҫ, Түбә, Темәс, Ишбирҙе, Төркмән, Байыш ауылдары тегенселәренең ҙур хеҙмәте ята.

“Баймаҡ толстовкалары” – яугирҙәргә!

Баймаҡ районының “Беҙ бергә” ирекмәндәр төркөмөнөң флис материалынан теккән толстовкаларҙы яугирҙәр яратып, шулай атап йөрөтә. Әле уларға ике меңдән ашыу был йылы кейем оҙатылған. Барлыҡ изге эштәрҙең артында Баймаҡ ҡалаһы, Мерәҫ, Түбә, Темәс, Ишбирҙе, Төркмән, Байыш ауылдары тегенселәренең ҙур хеҙмәте ята.

Ишбирҙе ауылынан Гөлфиә Иҫәндәүләтова оҫта ирекмәндәрҙең береһе. Бөгөн ул сираттағы бер партия толстовкаларын тегеп алып килде. Уға был эште атҡарып сығырға Нәйлә Юнысова ла ярҙам иткән. Баймаҡ толстовкалары яҡын арала яугирҙәргә оҙатыласаҡ.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас