

«Йәшел Башҡортостан» ғәҙәттәгесә йылына ике тапҡыр, яҙ һәм көҙ айҙарында, ойошторола. Уның беренсе этабы 18 апрелдән 10 майға тиклем үтә. Берҙәм акция көнө 18 апрелгә билдәләнгән.
– Сараларҙа 43 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 4 мең ирекмән һәм 1 меңдән ашыу берәмек техника йәлеп итеп, 3 мең махсус ойошма ҡатнашырға ниәтләй, – тип хәбәр итте Ирина Голованова.
Акция барышында республика муниципалитеттарында 83 яңы тематик аллея барлыҡҡа киләсәк. Атап әйткәндә, Октябрьскийҙа – Ҙур һәм татыу ғаилә исемле һәм ҡаланың 80 йыллығына арналған аллеялар, Туймазыла – Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар иҫтәлегенә аллея барлыҡҡа киләсәк, ә Нефтекамала Хеҙмәт Даны аллеяһы киңәйтелә.
Өфөлә 1,7 мең ағас һәм 5,4 мең ҡыуаҡ ултыртырға иҫәп тоталар, шулай уҡ өс яңы тематик аллея булдырыласаҡ.
Башҡортостан Башлығы биләмәләрҙе йәшелләндереүҙә ҙур үҫентеләрҙе киң ҡулланыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тематик аллеялар темаһына ҡәтғи, әүҙем ҡарарға тейеш. Урамдарҙы декоратив ағастар биҙәһен, – тине Радий Хәбиров. – Был ҡиммәткә төшә, әммә ҡалаларҙың йөҙөн үҙгәртә, уларҙы заманса итә.
***
Бынан тыш, Башҡортостан етенсе тапҡыр уҙғарылған һәм 13 майға тиклем дауам итәсәк «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһына ҡушылды. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса һәм «Экологик именлек» милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты бурыстарына ярҙам итеү маҡсатында ойошторола.
Быйыл сара Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 85 йыл тулыуға һәм совет халҡы геноциды ҡорбандары иҫтәлегенә арнала. Шулай уҡ акция сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың хәтерен мәңгеләштереү эше дауам итәсәк.
Республиканың урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Алла Аникина хәбәр итеүенсә, Башҡортостан биләмәһендә 600 гектар самаһы майҙанда 208 урман участкаһы әҙерләнгән, унда 2 миллионға яҡын яңы ағас ултыртыу күҙаллана.
2026 акцияның төп майҙансығы тип Нуриман районының Байгилде ауылы эргәһендәге биләмә һайланған. 25 апрелдә бында, Геройҙар урманына нигеҙ һалып, 8 меңдән ашыу ҡарағай, йүкә һәм ҡорос ағас үҫентеләре ултыртырға планлаштыралар.
– «Хәтер баҡсаһы» рәсми сайтында акцияның онлайн-картаһы урынлаштырылған, унда республикабыҙ буйынса ла ағас ултыртыу нөктәләре билдәләнде, – тип хәбәр ите Алла Аникина. – Шулай уҡ сараларҙың датаһы һәм ваҡыты, ағастарҙың төрҙәре, координаторҙарҙың контакттары күрһәтелгән. Шуныһы мөһим: быйылғы миҙгелдә тәүге тапҡыр акция картаһында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар хөрмәтенә ултыртылған ағастарҙы айырым билдә менән тамғаларға мөмкин.
Министр вазифаһын башҡарыусы шулай уҡ 2026 йылда Башҡортостанда 14 мең гектар самаһы майҙанда урман тергеҙеү эштәре планлаштырылыуы хаҡында хәбәр итте. Был ҡырҡылған урмандар майҙанына ҡарағанда 1,5 мең гектарға күберәк.
Башҡортостан Башлығы халыҡты «Хәтер баҡсаһы» акцияһында ҡатнашыуға йәлеп итеү буйынса киң мәғлүмәт кампанияһы үткәрергә ҡушты.
– Ҡырҡыуға ҡарағанда күберәк ултыртыу бик мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Йәғни үҙебеҙҙән һуң хужалыҡ эшмәкәрлегендә файҙаланылған ағастар һанына ҡарағанда күберәк ҡалдырасаҡбыҙ.