Илдар – Рәсәй чемпионы!
3-5 апрелдә Ҡазан ҡалаһында милли көрәш буйынса Рәсәй беренселеге үтте. Унда илебеҙҙең ҡырҡтан ашыу төбәгенән дүрт йөҙҙән ашыу көрәшсе ҡатнашты. Башҡортостан намыҫын республиканың йыйылма командаһы яҡланы. Улар араһында баймаҡтар ҙа бар ине. Әйтергә кәрәк, улар яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.
Икенсе Этҡолдан Илдар Байымов үҙ кәүҙә категорияһында еңеү яулап, чемпион булып танылды. Уның тәүге тренеры Рауил Арыҫланов менән Айгиз Яҡшыбаев өсөн был ҙур шатлыҡ ине. Ә инде Юлыҡтан Ильяс Дәүләтбаев (тәүге тренеры Илфат Дәүләтбаев менән Айгиз Яҡшыбаев) һәм Солтан Миңлебаев (Барис Миңлебаев) өсөнсө урындарға сыҡты.
- Республика кимәлендә уҙған һайлап алыу турында еңеү яулаған егеттәр Рәсәй чемпионатында ҡатнашты, - тине Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры вазифаһын башҡарыусы һәм тренер Илшат Хәмитов. – Рәсәй чемпионатына өс көрәшсене алып барҙыҡ һәм улар беҙҙең өмөттө аҡланы. Быйыл республиканан алты көрәшсе чемпион булып танылды. Шуларҙың береһе – Илдар Байымов. Был беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ. Быға ҡәҙәр призлы урындар ғына алып килә инек. Алда беҙҙе тағы ла ҙур ярыштар көтә. Киләһе йылда ла Рәсәй чемпионатында ҡатнашасаҡбыҙ. Шунлыҡтан уға әҙерлекте бөгөндән башлайбыҙ.
Баймаҡ еңеүселәрен ҙур еңеүҙәре менән ҡотлап, тағы ла бейегерәк үрҙәр теләйбеҙ.