Новости
15 Апрель , 05:40

Баймаҡ районының йөҙөнсө сабыйы - Батырхан

Баймаҡ ЗАГС-ында быйылғы йөҙөнсө бала теркәлде. Ул Үрге Яйыҡбайҙа йәшәүсе Әлиә һәм Илшат Әхмәтовтарҙың ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килде. Баһадир малайҙың ауырлығы - 3 кг 866 г, буйы - 54 см. Бәхетле ата-әсә исемен есеменә тура килтереп сабыйға Батырхан тип исем ҡушты. Өйҙә Батырханды түҙемһеҙлек менән 10 йәшлек Эмилия исемле апаһы көтөп алды. Әхмәтовтарҙы бар күңелдән ҡотлайбыҙ! Бәләкәс һау-сәләмәт, ата-әсәле, тәүфиҡлы булып үҫһен!

Баймаҡ районының йөҙөнсө сабыйы - БатырханБаймаҡ районының йөҙөнсө сабыйы - Батырхан
Баймаҡ районының йөҙөнсө сабыйы - Батырхан

Баймаҡ ЗАГС-ында быйылғы йөҙөнсө бала теркәлде. Ул Үрге Яйыҡбайҙа йәшәүсе Әлиә һәм Илшат Әхмәтовтарҙың ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килде. Баһадир малайҙың ауырлығы - 3 кг 866 г, буйы - 54 см. Бәхетле ата-әсә исемен есеменә тура килтереп сабыйға Батырхан тип исем ҡушты. Өйҙә Батырханды түҙемһеҙлек менән 10 йәшлек Эмилия исемле апаһы көтөп алды. Әхмәтовтарҙы бар күңелдән ҡотлайбыҙ! Бәләкәс һау-сәләмәт, ата-әсәле, тәүфиҡлы булып үҫһен!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас