Новости
15 Апреля , 07:10

Аварияла 4 кеше һәләк булған

Бөгөн "Daewoo Nexia" еңел автомобиле аварияға тарыған. Машинаның түңкәрелеүе һөҙөмтәһендә 5 кеше зыян күрә: дүртәүһе һәләк була, береһе медицина учреждениеһына оҙатыла. Ваҡиға урынында тейешле хеҙмәттәр эшләй. Аварияның сәбәптәре асыҡлана.

Аварияла 4 кеше һәләк булғанАварияла 4 кеше һәләк булған
Аварияла 4 кеше һәләк булған

Бөгөн иртән Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына «Бәләбәй-Приют»автомобиль юлында юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында хәбәр килде.  "Daewoo Nexia" еңел автомобиле аварияға тарый. Машинаның түңкәрелеүе һөҙөмтәһендә 5 кеше зыян күрә: дүртәүһе һәләк була, береһе медицина учреждениеһына оҙатыла. Ваҡиға урынында тейешле хеҙмәттәр эшләй. Аварияның сәбәптәре асыҡлана.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы водителдәрҙе иҫкәртә:

Тиҙлек режимын үтәгеҙ — айырыуса ҡатмарлы һауа шарттарында;

Киҫкен маневрҙарҙан һәм ҡапыл тормозға баҫыуҙан һаҡланығыҙ; ️

Хәүефһеҙ араны һаҡлағыҙ: тайғаҡ юлда тормоз юлы байтаҡҡа арта.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас