Новости
13 Апрель , 06:19

Яугирҙәр исеме мәңгеләштерелде

Семеновск ауылында  махсус хәрби операцияла ҡатнашып мәрхүм булған туғыҙ егет - Ринат Бикбулатовҡа, Илнур Абдуллинға, Азат Әхмәровҡа, Динис һәм Алексей Туюшевтарға, Вилүр Йәнсуринға, Рәил Солтанғоловҡа, Мирза Байгилдинға, Вячеслав Волковҡа арнап стенд асылды, ағастар ултыртылды...

Украинала барған махсус хәрби операция шаңдауы бер район, ауылды ла урап үтмәне. Типһә тимер өҙөрлөк ир-егеттәрҙең кемеһелер мобилизация, кемеһелер контракт төҙөп, ил һаҡларға юлланды. Ләкин, үкенескә ҡаршы, улар араһында һәләк булыусылар ҙа юҡ түгел. Яуҙа батырҙарса мәрхүм булған ир-егеттәр һәр саҡ халыҡ хәтерендә, халыҡ күңелендә. Ауылдаштары, яҡташтары батыр егеттәрҙе онотмай, улар иҫтәлегенә төрлө саралар үткәрә. Семеновск ауылында үткән патриотик сара ла яугирҙәргә арналды. Бында ошо ауылдан махсус хәрби операцияла ҡатнашып мәрхүм булған туғыҙ егеткә - Ринат Бикбулатовҡа, Илнур Абдуллинға, Азат Әхмәровҡа, Динис һәм Алексей Туюшевтарға, Вилүр Йәнсуринға, Рәил Солтанғоловҡа, Мирза Байгилдинға, Вячеслав Волковҡа арнап стенд асылды, ағастар ултыртылды.

Сара тураһында тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас