Новости
11 Апрель , 05:10

Килен төштө!

Хәйерле ялдың һөйөнөслө яңылығы. Баймаҡ районы Түбәнге Иҙрис ауылы егете "Йәншишмә"лә, һуңынан "Йәшлек"халыҡ бейеү ансамблендә бейеүсе Шаяхмәтов Филүс Мораҙым улы һәм Хәйбулла районы Татыр-Уҙәк ауылы Таймасова Илзидә Финғәт ҡыҙы никах уҡытты. Йәштәргә оҙон бәхетле ғүмер,  күүүп бәләкәстәр, ике яҡ туғандарҙы бер татыу ғаилә итеп берләштереп, шатлыҡта йәшәүҙәрен теләйбеҙ!

Килен төштө!Килен төштө!
Килен төштө!

Баймаҡ районы Түбәнге Иҙрис ауылы егете "Йәншишмә"лә, һуңынан "Йәшлек"халыҡ бейеү ансамблендә бейеүсе Шаяхмәтов Филүс Мораҙым улын һәм Хайбулла районы Татыр-Уҙәк ауылы Таймасова Ильзида Финғәт ҡыҙының -никах туйҙары менән ихлас ҡотлайбыҙ!!!!!Бергә үтер юлығыҙ яңы яуған ҡарҙай, муйыл сәскәһеләй аҡ, ынйылай саф, хыялдарығыҙ ҡанатлы ҡош булһын. Һөйөүегеҙҙең ҡәҙерен белеп, тормош ҡуйған һынауҙарға бирешмәйенсә, бер-берегеҙҙе һаҡлап, терәк-таяныс булып, яҡындарығыҙҙы һөйөндөрөп, тыныс, имен тормошта йәшәргә насип булһын һеҙгә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас