Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
11 Апрель , 10:40

Ишей ағинәйҙәре матур сара үткәрҙе

Ҙур һәм татыу ғаилә йылына ҡарата Ишей ауыл мәҙәниәт йортонда "Милли кейем көнө"нә ҡарата "Селтәрем- күҙ нурым" байрамы үткәрелде. Сарала "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы инәйҙәре һәм почта хеҙмәткәре Фәйрүзә Кулибаева ҡатнашты Барыбыҙҙың да яратып уҡыған "Һаҡмар" гәзитенә яҙылыу ойошторолдо. Артабан сара ла "Милли кейем көнө"нә ҡарата үткәрелгән "Селтәрем - күҙ нурым" байрамы дауам итте. 

Ишей ағинәйҙәре матур сара үткәрҙеИшей ағинәйҙәре матур сара үткәрҙе
Ишей ағинәйҙәре матур сара үткәрҙе

Ҙур һәм татыу ғаилә йылына ҡарата Ишей ауыл мәҙәниәт йортонда "Милли кейем көнө"нә ҡарата "Селтәрем- күҙ нурым" байрамы үткәрелде. Сарала "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы инәйҙәре һәм почта хеҙмәткәре Фәйрүзә Кулибаева ҡатнашты Барыбыҙҙың да яратып уҡыған "Һаҡмар" гәзитенә яҙылыу ойошторолдо. Артабан сара ла "Милли кейем көнө"нә ҡарата үткәрелгән "Селтәрем - күҙ нурым" байрамы дауам итте.

Башҡорт мәҙәниәтен үҫтереү,киң йәйелдереү ,өлкәндәрҙе берләштереү маҡсат итеп алынды. Селтәр тураһында мәғлүмәттәр менән таныштылар.Ағинәйҙәргә селтәр биҙәү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрелде. Бай күргәҙмә менән таныштылар, ҡомартҡы булып һаҡланып быуындан- быуынға күсә килгән Зәкиә Кәримованың селтәре барыһына ла оҡшаны. Сөнки селтәрҙәге Екатерина, Петр - 1 һәм башҡа боронғо тәңкәләр ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Дәртле ағинәйҙәр бейергә лә өлгөрҙөләр, флешмобта ла ҡатнаштылар.Сара һуңын да байрам табынын да тәмлекәстәр менән һыйландыҡ. Бына шулай байрамыбыҙ бик күңелле үтте. Сара ла ҡатнашыусылар: "Ағинәй ойошмаһы рәйесе Хәлиҙә Ишдәүләтова . Зәкиә Кәримова . Алтынбикә Ҡарасурина . Әлфирә Абдуллина . Вәлимә Баймөхәмәтова . Нәсимә Гумерова . Фәйрүзә Кулибаева барығыҙға ла ҙур рәхмәт, ныҡлы һаулыҡ , гел шулай ҙур һәм татыу бер ғаилә булып йәшәйектәр. Афарин ағинәйҙәр!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас