Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
11 Апрель , 06:45

Баймаҡтар лайыҡлы сығыш яһаны

 Өфөлә "Айыҡ ауыл-2025" республика конкурсының "Эре тораҡ пункттар" категорияһына ингән ауылдар үҙҙәренең проекттарын яҡлап сығыш яһаны. Баймаҡ районы намыҫын республика кимәлендә Мерәҫ ауылы яҡланы. Район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов, Мерәҫ ауыл биләмәһе башлығы Шамил Нәҙербаев, ауыл китапханасыһы Рафиға Ғазина, ауыл Советы депутаты Нәркәс Вәлиева һәм Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Мөхәмәтшин абруйлы жюри алдында һынауҙы уңышлы үтте; "Айыҡ ауыл" конкурсына ярашлы үткәрелгән проекттар тураһында һөйләне, уларҙың һөҙөмтәһе менән таныштырҙы. Жюри мерәҫтәрҙең бәйгегә ярашлы алып барған эштәрен юғары баһаланы. Рита Өмөтбаева етәкселегендәге Баймаҡ яҡташтар ойошмаһы ағзалары үҙҙәренең рухлы һәм дәртле-моңло сығыштары менән барыһын да хайран итте. Мерәҫтәр юғары баһаға лайыҡ! Һөҙөмтәләрҙе түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ!

Баймаҡтар лайыҡлы сығыш яһаныБаймаҡтар лайыҡлы сығыш яһаны
Баймаҡтар лайыҡлы сығыш яһаны

 Өфөлә "Айыҡ ауыл-2025" республика конкурсының "Эре тораҡ пункттар" категорияһына ингән ауылдар үҙҙәренең проекттарын яҡлап сығыш яһаны. Баймаҡ районы намыҫын республика кимәлендә Мерәҫ ауылы яҡланы.Әйтергә кәрәк, мерәҫтәр конкурс положениеһына ярашлы маҡсатлы эш атҡарып сыҡты, айыҡ, сәләмәт тормошто пропагандалаған бихисап саралар ойошторҙо. Район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов, Мерәҫ ауыл биләмәһе башлығы Шамил Нәҙербаев, ауыл китапханасыһы Рафиға Ғазина, ауыл Советы депутаты Нәркәс Вәлиева һәм Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Мөхәмәтшин абруйлы жюри алдында һынауҙы уңышлы үтте; "Айыҡ ауыл" конкурсына ярашлы үткәрелгән проекттар тураһында һөйләне, уларҙың һөҙөмтәһе менән таныштырҙы. Жюри мерәҫтәрҙең бәйгегә ярашлы алып барған эштәрен юғары баһаланы. Рита Өмөтбаева етәкселегендәге Баймаҡ яҡташтар ойошмаһы ағзалары үҙҙәренең рухлы һәм дәртле-моңло сығыштары менән барыһын да хайран итте.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас