Баймаҡ районы ижады үҙәгендә “Ватанды һаҡлаусылар” фондының күсмә ҡабул итеүе ойошторолдо. Сарала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә психологик, юридик һәм социаль мәсьәләләр буйынса ярҙам күрһәтеү өсөн төрлө кимәлдәге белгестәр ҡатнашты. “Берҙәм тәҙрә” форматында ойошторолған ҡабул итеүҙә һәр кем үҙен борсоған һорауҙарға яуап алды.
Артабан “Үҙебеҙҙекеләргә ғаилә ҡунаҡ бүлмәһендә сәй эсереү” сараһы дауам итте. Унда махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың һәм хәбәрһеҙ юғалғандарҙың әсәйҙәре, ҡатындары, шулай уҡ хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусы инвалидтар “түңәрәк өҫтәл” артына йыйылды. Бында улар психологтар, дин әһелдәре менән күҙгә-күҙ осрашып, әңгәмәләшә алды.
Әйтергә кәрәк, был проект махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү маҡсатында барлыҡҡа килгән. Ул “Ватан һаҡсылары” фонды һәм “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары” йәмғиәте тарафынан ойошторолған. 2024 йылдан эшләп килгән проект Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булған.
Артабан Үрге Яйыҡбайҙан яуҙа улы батырҙарса һәләк булған Марат Ишҡыуатовҡа – “Ватан һаҡсыһының атайы” һәм Икенсе Этҡолдан ике улы ла махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Мәҙинә Байымоваға “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалдары тапшырылды.
Артабан Темәстән Артем Сөләймәнов, Мерәҫтән Салауат Кинйәбулатов, Баймаҡтан Йәүҙәт Сакин үҙ эштәрен асыу өсөн социаль контракт алды.
Сараның тағы ла бер тетрәндергес өлөшө - “Әсә һүҙе” китабының презентацияһы булды. Унда егерме ете райондан һәм ете ҡаланан алтмыш бер авторҙың 154 шиғыры тупланған. Уларҙың барыһы ла яугирҙең әсәһе йәки тол ҡалған ҡатыны. Ҡәҙерле кешеләренә арнап, йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәрен аҡ ҡағыҙға төшөргәндәр. Китапта башҡорт, рус, татар, марый һәм башҡа телдәрҙә яҙылған шиғырҙар тупланған. Шуларҙың береһе – Ниғәмәттән Әсмә Мырҙағәлина. Уға яңы ғына нәшер ителгән китап тапшырылды. Был альманах – ябай шиғри йыйынтыҡ ҡына түгел, ә яуҙа батырҙарса һәләк булғандарға хөрмәт күрһәтеү һәм яҡындарын юғалтҡандарға иғтибар биреү ҙә ине.