Новости
10 Апреля , 03:05

Ҡоймаҡ майы менән тәмле, табын ҡунаҡ менән йәмле

Ҡоймаҡ ҡойҙом табаға,Еҫе кетте далаға.Ҡоймаҡ ашап, сәйҙәр эсһәк,Ҡыуаныс бар балаға!Тәмле байрам, йәмле байрам —Ҡоймаҡ байрамы!Ҡояш кеүек балҡып тораТабын түрҙәре!..

Ҡоймаҡ ҡойҙом табаға,
Еҫе кетте далаға.
Ҡоймаҡ ашап, сәйҙәр эсһәк,
Ҡыуаныс бар балаға!

Тәмле байрам, йәмле байрам —
Ҡоймаҡ байрамы!
Ҡояш кеүек балҡып тора
Табын түрҙәре!

Ҡоймаҡтарым селтәрле,
Ауыҙ итһәң — бик тәмле.
Йортоғоҙға ҡунаҡ килһә,
Йәшәүҙәре бик йәмле!

Самауырҙар ҡайнап тора,
Парҙары уйнап тора.
Баллы-майлы ҡоймаҡтарым
Йөҙҙө балҡытып тора.

 Тәмле байрам — Ҡоймаҡ байрамы! 
Яҙғы ҡояш нурҙары менән бергә өйҙәргә ҡоймаҡ еҫе килә... Ҡоймаҡ — ул тик ризыҡ ҡына түгел, ул яҙғы ҡояштың, йылылыҡтың һәм ҡунаҡсыллыҡтың символы! 
Беренсе Этҡол ауыл мәҙәниәте йортонда — иң тәмле, иң майлы, иң күңелле байрам — Ҡоймаҡ байрамы үтте. Уңған хужабикәләр селтәрле, ҡабарынҡы, майлы ҡоймаҡтары менән һыйланы. 
Халҡыбыҙҙа «Ҡоймаҡ майы менән тәмле, табын ҡунаҡ менән йәмле» тигән мәҡәл бар. Ҡоймаҡ — ул беҙҙең милли аш-һыуыбыҙҙың гәүһәре. Ул үҙенең түңәрәклеге менән яҙғы ҡояшты хәтерләтә.
"Гөлнәзирә" ансамбле таҡмаҡтар әйтте, Миңлегөл Азаматова моңло тауышы менән йыр башҡарһа, Уразбаева Нүрбикә дәртле бейеүе менән байрамға йәм өҫтәне. Ағинәйҙәр ағзаһы етәксеһе, Азаматова Көнһылыу Әүхәҙи ҡыҙы тәмле ҡоймаҡтар бешереп һыйланы.
Байрамыбыҙҙың иң тәмле өлөшө, уңған хужабикәләр бешереп алып килгән ҡоймаҡтар менән самауыр сәйе булды.

Ҡоймаҡ майы менән тәмле, табын ҡунаҡ менән йәмле
Ҡоймаҡ майы менән тәмле, табын ҡунаҡ менән йәмле
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас