Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
10 Апрель , 10:15

Оҙон юлға сығырға уйлайһығыҙмы?

Йәйге тәгәрмәсте ҡуйып өлгөргән булһағыҙ, һауа торошо рәтләнгәнсе, юлға сыҡмай тороғоҙ. Сөнки бөгөн ҡар яуыу сәбәпле, Белорет юлы ваҡытлыса ябылып та торҙо. Ә ялда һауа торошоноң төндә һәм иртәнге сәғәттәрҙә 0 градусҡа тиклем түбәнәйеүе көтөлә 

Оҙон юлға сығырға уйлайһығыҙмы?Оҙон юлға сығырға уйлайһығыҙмы?
Оҙон юлға сығырға уйлайһығыҙмы?

Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск трассаһының 208-се саҡрымынан алып 249-сы саҡрымына тиклем ҡар яуыуы күҙәтелә. Шуға бәйле сәғәт 12-нән бөтә транспорт өсөн хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Сикләү көндөҙгө сәғәт 2-гә тиклем ғәмәлдә ҡала.

Дәүләт автоинспекцияһы һауа торошо яҡшырғансы ошо йүнәлештә юлға сыҡмаҫҡа кәңәш бирә. Был айырыуса йәйге тәгәрмәс ҡуйып өлгөргән водителдәргә ҡағыла. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас