Новости
10 Апреля , 13:05

Мутлашыусыларға ярҙам итмә!

Дропперҙар – аҡсаға үҙҙәренең банк иҫәбен мутлашыусыларға биреп тороусы йәки үҙ исеменә карта астырыусылар. Улар яуыз уйлы кешеләргә ярҙам итеп, енәйәтселәргә эҙ яҙлыҡтырырға ярҙам итә. Мутлашыусылар тоҙаҡҡа эләккән кешеләрҙе дропперҙарҙың иҫәбенә аҡса күсерттерә. Артабан улар аҡсаны икенсе иҫәпкә күсерә йә курьерҙар аша биреп ебәрә. Ошондай “хеҙмәт” өсөн дропперҙарға урланған аҡсанан күпмелер процент түләнә. Йәштәр, студенттар, насар йәшәгән кешеләр дроппер булырға еңел ризалаша. 2025 йылдың 5 июленән бындай енәйәт өсөн яза көсәйтелеүен иҫкәртке килә. РФ Енәйәт кодексының 187-се статьяһына ярашлы, 6 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү һәм 1 миллион һумға тиклем штраф ҡаралған. Дропперҙар шулай уҡ мутлашыу (159, 159.3-сө статья), аҡса үҙләштереү (174-се статья), төркөм менән енәйәт иткән (210-сы статья) өсөн язаға тарттырыла. Бындай енәйәт өсөн яуаплылыҡ 16 йәштән ҡаралған.

Дропперҙар – аҡсаға үҙҙәренең банк иҫәбен мутлашыусыларға биреп тороусы йәки үҙ исеменә карта астырыусылар. Улар яуыз уйлы кешеләргә ярҙам итеп, енәйәтселәргә эҙ яҙлыҡтырырға ярҙам итә. Мутлашыусылар тоҙаҡҡа эләккән кешеләрҙе дропперҙарҙың иҫәбенә аҡса күсерттерә. Артабан улар аҡсаны икенсе иҫәпкә күсерә йә курьерҙар аша биреп ебәрә. Ошондай “хеҙмәт” өсөн дропперҙарға урланған аҡсанан күпмелер процент түләнә. Йәштәр, студенттар, насар йәшәгән кешеләр дроппер булырға еңел ризалаша.

2025 йылдың 5 июленән бындай енәйәт өсөн яза көсәйтелеүен иҫкәртке килә. РФ Енәйәт кодексының 187-се статьяһына ярашлы, 6 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү һәм 1 миллион һумға тиклем штраф ҡаралған. Дропперҙар шулай уҡ мутлашыу (159, 159.3-сө статья), аҡса үҙләштереү (174-се статья), төркөм менән енәйәт иткән (210-сы статья) өсөн язаға тарттырыла. Бындай енәйәт өсөн яуаплылыҡ 16 йәштән ҡаралған.

Бындай хәлгә ҡалмаҫ өсөн, ни тиклем үтенеп һорап, ҙур аҡса вәғәҙә итһәләр ҙә, сит иҫәптәргә аҡса күсермәгеҙ, үҙегеҙҙең банк иҫәптәрегеҙҙе бер кемгә бирмәгеҙ. Ата-әсәләрҙең балаларына был хаҡта һөйләү, аңлатыу эштәре алып барыуы мотлаҡ. Еңел аҡсаның булмауын үҙегеҙ ҙә аңлағыҙ һәм яҡындарығыҙға ла еткерегеҙ!

Р. ӘМИНЕВ, район прокурорының өлкән ярҙамсыһы.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас