1 апрелдән Баймаҡ ҡалаһының эсәр һыу менән тәьмин итеү селтәрен капиталь ремонтлау башланды. Барлыҡ саралар БР-ҙың торлаҡ-коммуналь комплексы эшмәкәрлеген тәьмин итеү идаралығы менән берлектә башҡарыла. Яуаплылыҡ подрядсы ойошма - Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Үҙәк” ЯСЙ-һына һалынған. Субподрядсылар булып Баймаҡ ҡалаһының “Йылылыҡ селтәре” ЯСЙ-һы һәм “Баланс” ЯСЙ-һы тора.
Быйыл дөйөм эсәр һыу менән тәьмин итеү трассаһының 9,8 км-ҙан яңыртыласаҡ. Әлеге ваҡытта Юбилей урамында эштәр башланды.
- Юбилей урамындағы һыу селтәре иң иҫке участка булып һанала, торбалар теткеләнеп бөткән. Шунлыҡтан бында йыш авария була, - тине “Водоканал” МУП-ы директоры Фәиз Байегетов. – Күпме ремонтлаһаҡ та, файҙаһы юҡ. Был һыуҙы юғалтыуға килтерә. Шуны иҫәпкә алып, капиталь ремонт эштәрен тап ошо урамдан башларға ҡарар ителде. Был участкалағы эштәр 1 майға тамамланырға тейеш.
Артабан Салауат Юлаев проспектында, Урман, Мортазин, Чкалов, Иҙелбай, Стаханов, Яр буйы, Шайморатов, Белов, Тыныслыҡ урамдарында дауам итәсәк. Һанап кителгән урамдарҙағы һыу селтәрен алмаштырыу дөйөм трассаның 25 процентын яңыртыу мөмкинлеген бирәсәк. Барлыҡ эштәрҙе атҡарып сығыу өсөн 58 млн һум аҡса бүленгән.
Яңы һыу торбалары иҫкеләре эргәһенән һалына. Уның өсөн горизонталь быраулау ысулы ҡуллана. Йәғни ҡаҙыу һәм торба һалыу эштәре ер аҫтынан барасаҡ. Смета документында ҡаралған 210 һыу селтәренә тоташтырыу ҡоҙоғоноң ун икеһе күп фатирлы, ҡалғаны шәхси йорттарға ҡарай. Торбаларҙы ҡайтанан һыу трассаһына тоташтырыу өсөн физик берәмектәрҙән өҫтәмә түләү талап ителмәй.
Эсәр һыу менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр булмаясаҡ. Һыу торбалары тоташтырылған ваҡытта ғына ул ваҡытлыса туҡталасаҡ. Был хаҡта алдан иғлан биреләсәк.
- Күп фатирлы йорттарҙың подъездарында, автобус туҡталыштарында, интернет селтәрҙәрендә һыу биреүҙе ваҡытлыса туҡтатыу тураһындағы иғланда көнө һәм сәғәте күрһәтеләсәк, - тине Фәиз Байегетов. – Шуның өсөн дә һуңынан аңлашылмаусанлыҡ килеп тыумаһын өсөн белдереүҙәргә иғтибар итеп барыуығыҙҙы һорайбыҙ. Магазиндар менән һөйләшеп килешелгән. Һатыуҙа һауыттарҙа эсәр һыу буласаҡ. Шулай уҡ алдан билдәләнгән ваҡытта машиналарҙа эсәр һыу менән тәьмин итеү ойоштороласаҡ. Уның өсөн махсус машина бар.
Һыу селтәрен яңыртыу буйынса эштәр 31 октябргә тиклем дауам итәсәк. Киләһе йылда ла башҡа урамдарҙа шундай уҡ эштәр башҡарыу планлаштырыла. Ләкин уның өсөн быйыл башҡарылған эштең һөҙөмтәһе һәм сифаты иҫәпкә алынасаҡ. Әлеге ваҡытта документ эштәре әҙерләнә, смета төҙөлә.
Белеүегеҙсә, бындай саралар халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн башҡарыла. Йәшәү ресурсын тәьмин иткән трасса яңыртылған осраҡта һыуҙың сифаты ла яҡшырыр, баҫымы ла артыр, өҙөклөктәр ҙә булмаҫ, тип көтөлә. Ваҡытлыса ғына буласаҡ уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итеүегеҙ һорала.
Лилиә ТАКАЕВА.