+14 °С
Облачно
Роспатент Башҡортостандың яңы төбәк брендын-«Башҡорт милли кейемдәре» географик күрһәтмәһен теркәгән. Был турала Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова хәбәр итте. Уның билдәләүенсә, төбәк бренды-республиканың визит карточкаһы, шулай уҡ илдең иҡтисади үҫешенең ҡеүәтле ҡоралы. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда йәмғеһе 11 бренд рәсми теркәү үткән.