

Ойоштороусылар әйтеүенсә, акцияла онлайн һәм көндөҙ ҙә ҡатнашырға мөмкин. Трансляция (6+) Өфө ваҡыты буйынса 11:00 сәғәттә башлана. "ЮЛДАШ" телеканалында һәм «Тамыр», «Ашҡаҙар» радиоһында, шулай уҡ сайтта һәм социаль селтәрҙәрҙә күрһәтеләсәк. Күҙгә-күҙ ҡарашып ҡатнашыу өсөн алдан акцияның сайтында майҙансыҡ һайларға һәм теркәлергә кәрәк. Уҙғарыу көнөндә ҡатнашыусылар һайланған майҙансыҡҡа килә һәм унда диктант яҙа. Диктант бер нисә этапта уҙғарыла. Уны тәүгеләрҙән булып 11:00 сәғәттән 11:25 сәғәткә тиклем телде башланғыс белеү кимәле менән ҡатнашыусылар яҙасаҡ. Һуңынан-башҡорт телен иркен белгәндәр, 11:30 сәғәттән 12: 00 сәғәткә тиклем. Һуңғы этап төньяҡ – көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн 12:05 сәғәттән 12:30 сәғәткә тиклем үтә. Акцияға теләгән һәр кем ҡушыла ала – йәш һәм йәшәү урыны буйынса сикләүҙәр юҡ.
Диктантты өйҙә лә яҙырға мөмкин. Онлайн-ҡатнашыу өсөн проекттың рәсми сайтына инеү йәки «МАКС» мессенджерында @bash_dictant_bot чат-ботын ҡулланыу етә. Эштәр 17 апрелдә 23:59 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.