Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
7 Апрель , 12:45

Радий Хәбиров Урал аръяғында район башлыҡтары менән осрашты

Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса ул муниципалитет башлыҡтарын киҫкен проблемаларҙы билдәләргә саҡырҙы: ҡайҙалыр һыу менән тәьмин итеү менән бәйле ауырлыҡтар, ҡайҙалыр фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөү һәм башҡа хужалыҡ мәсьәләләрен хәл итеү зарур. Төбәк башлығы был мәсьәләләр эҙмә-эҙлекле һәм планлы хәл ителәсәк, тип вәғәҙәләне.

Радий Хәбиров Урал аръяғында район башлыҡтары менән осраштыРадий Хәбиров Урал аръяғында район башлыҡтары менән осрашты
Радий Хәбиров Урал аръяғында район башлыҡтары менән осрашты

7 апрелдә эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Урал аръяғы муниципалитеттары етәкселәре менән осрашыу үткәрҙе. Төбәк башлығы билдәләүенсә, Урал аръяғында 400 мең самаһы кеше йәшәй һәм бында Башҡортостан иҡтисадында мөһим роль уйнаған эре сәнәғәт предприятиелары күп. Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары, республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов билдәләүенсә, уҙған йылда Урал аръяғы предприятиелары 185 миллиард һумлыҡ тауар оҙатҡан, был 2024 йыл күрһәткестәренән 4,3 процентҡа күберәк. Йылайыр, Хәйбулла ,Ейәнсура, Әбйәлил һәм Учалы райондары, шулай уҡ Сибай ҡалаһы ыңғай динамика күрһәтә. Осрашыу барышында эре инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙың ағымдағы этаптары, социаль һәм инфраструктура объекттарын төҙөү һәм яңыртыу буйынса пландар тикшерелде.

Урал аръяғы республика өсөн мөһим территория булыуын билдәләне Радий Хәбиров. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса ул муниципалитет башлыҡтарын киҫкен проблемаларҙы билдәләргә саҡырҙы: ҡайҙалыр һыу менән тәьмин итеү менән бәйле ауырлыҡтар, ҡайҙалыр фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөү һәм башҡа хужалыҡ мәсьәләләрен хәл итеү зарур. Төбәк башлығы был мәсьәләләр эҙмә-эҙлекле һәм планлы хәл ителәсәк, тип вәғәҙәләне.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас