+21 °С
Болотло
БР прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылдың февралендә ир менән уның таныш ҡатын араһында никах теркәлгән. Шунан һуң ул махсус хәрби операцияға юллана һәм һәләк була.Тикшереү күрһәтеүенсә, ир менән ҡатын бергә йәшәмәй, киләсәккә пландар төҙөмәй. Прокуратура судҡа никахты ғәмәлдән сығарыу тураһында дәғүә ғаризаһы ебәрә. Суд прокурорҙың талабын ҡәнәғәтләндерә. Бынан тыш, дәүләт ярҙамы сараларын аҡсалата алыу факты буйынса ҡуҙғатылған енәйәт эше тикшерелә.