Новости
6 Апрель , 04:45

Яугирҙәрҙең ғүмерен ҡотҡара

Алмаз пилотһыҙ аппараттарҙың хәҙерге һуғыштағы роле тураһында һөйләне: - Бөгөн пилотһыҙ аппараттар дошмандарға ваҡытында яуап бирергә, мәғлүмәт тапшырырға һәм һөжүм итергә ярҙам итә. Дошмандың һөжүмен беҙҙең яугирҙәрҙән ситкә алып китеүҙә лә шәп. Шуға  БПЛА-ул техника ғына түгел, ә яугирҙәрҙең ҡотҡарылған ғүмерҙәре. Иң мөһиме-хаталарға юл ҡуймау. Бының өсөн белем кәрәк. Шуға күрә беҙ даими уҡыйбыҙ, өйрәнәбеҙ - технологиялар бер урында тормай бит.

Яугирҙәрҙең ғүмерен ҡотҡараЯугирҙәрҙең ғүмерен ҡотҡара
Яугирҙәрҙең ғүмерен ҡотҡара

Иглин районының Турбаҫлы ауылынан яҡташыбыҙ Алмаз Хәлиуллин өсөнсө йыл махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә. Бөгөн яугир пилотһыҙ осоу аппараттары операторы һәм рота командиры урынбаҫары. Алмаз машиналар эшләү колледжын ҡыҙыл диплом менән тамамлай, армияла хеҙмәт итә, унан вахта ысулы менән эшләй. 2023 йылда Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә ҡарар итә һәм алғы һыҙыҡҡа юллана. Хеҙмәт итеү осоронда күрһәткән батырлығы күп юғары наградаларға лайыҡ була. Алмаз пилотһыҙ аппараттарҙың хәҙерге һуғыштағы роле тураһында һөйләне:

- Бөгөн пилотһыҙ аппараттар дошмандарға ваҡытында яуап бирергә, мәғлүмәт тапшырырға һәм һөжүм итергә ярҙам итә. Дошмандың һөжүмен беҙҙең яугирҙәрҙән ситкә алып китеүҙә лә шәп. Шуға  БПЛА-ул техника ғына түгел, ә яугирҙәрҙең ҡотҡарылған ғүмерҙәре. Иң мөһиме-хаталарға юл ҡуймау. Бының өсөн белем кәрәк. Шуға күрә беҙ даими уҡыйбыҙ, өйрәнәбеҙ - технологиялар бер урында тормай бит.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас