+21 °С
Болотло
Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы студенттары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә даими ярҙам итә. Улар күпләп окоп шәмдәре эшләп оҙата. Шуларҙың береһе 2022 йылдан яуҙа ҡатнашҡан кесе сержант Р.Байымовҡа ла барып эләгә. Гуманитар ярҙам эсендә студенттарҙың хаттары ла була. Ошо көндәрҙә уларҙың ярҙамын алған Р.Байымов ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты һәм ҙур теләк менән осрашыуға килде. Хаттың авторҙары менән күрешеп, рәхмәтен белдерҙе. Ул шулай уҡ үҙе хеҙмәт иткән хәрби командованиенан студенттарға Рәхмәт хаты тапшырҙы. Шулай уҡ төркөм кураторына һәм хат яҙған ике ҡыҙға сәскәләр гөлләмәһе бүләк итте.