4 апрелдә Асҡар ауылының стадионында Сура батыр иҫтəлегенə арналған милли йəйəнəн уҡ атыу турниры уҙҙы. Күптəн һағынған алыҫ дистанцияларҙы атып үҙ көстəрен самалап ҡарарға, тип барыһы алтмышлаған уҡсы килгəйне. Ярыштың төп маҡсаттарының береһе 16-20 апрелдә Ҡалмығстанда үтəсəк Рəсəйҙең йыйылма командаһына һайлап алыу турына əҙерлек булып торҙо.
Атыш яланына ике төрлө сəп ҡуйылды: 40 метрҙан Урта Азия сəбе һəм 60/70 метрға Төрөк путаһы. Əйтеп үткəндə, быйыл сентябрь башында Ҡырғыҙстанда үтəсəк Бөтə донъя күсмəндəре уйынында тап ошо сəптəр буласаҡ.
Һəр дистанцияла квалификация этабында 63 уҡ атыла. Артабан иң күп мəрəй йыйыусы 16 уҡсы финалда көс һанаша.
"Ҡайҙа ҡарама - Баймаҡтар" тигəн һүҙҙе йəнə берҙе иҫбатлап, Баймаҡ районынан ярышта туғыҙ уҡсы ҡатнашты.
Əйтергə кəрəк, был юлы ла улар һынатманы: Рахманғолов Ғəфүр – беренсе урын (Төрөк путаһы), Өмөтбаев Тимур – икенсе урын (Урта Азия сəбе), Ҡолһарина Гөлгөнə –өсөнсө урын (Урта Азия сəбе) яуланы.
Ә инде махсус бүлəктəрҙе Мырҙағəлин Илфат менəн Өмөтбаев Тимур отоп алды.
Афариндар! Артабан да шулай алдыңғылыҡта булырға насип булһын!
Маҡсатлы ярышты ойоштороусы Милəүшə Юлдан ҡыҙына һəм уның ярҙамсыларына ҙур рəхмəт.
Килəһе ярыш 12 апрелдә Күмертау ҡалаһында 40 метрға атыу буласаҡ.