+7 °С
Болотло
Иҫән ауылынан Әлфиә Рәхимйән ҡыҙы Самарбаеваға изгелеге һәм яугирҙәргә даими ярҙамы өсөн бар күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ! Әлфиә Рәхимйән ҡыҙы "Һаҡлаусы Фәрештә" штабына 100 шприц һәм медицина бирсәткәләре — яҡлаусыларыбыҙ һәм табиптарыбыҙ өсөн кәрәкле әйберҙәр тапшырҙы. Был госпиталдә ятҡан, яраларынан һуң аяҡҡа баҫҡан һәм көн һайын ярҙамға мохтаж булғандарға ярҙам итеүгә ҙур өлөш ул. Тиҙҙән был медицина ярҙам госпиталгә оҙатыласаҡ. Афарин!