Новости
3 Апрель , 12:45

Лайыҡлы награда

Эльвира Кирамова сауҙа өлкәһен уңышлы алып барған эшҡыуар булыуҙан бигерәк, миһырбанлы, һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер булыуы менән айырыла һәм һоҡландыра. Әле ирекмәнлек хәрәкәте булмаған мәлдә үк уның изгелеген күптәр тойоп өлгөрҙө. Эльвираға бәләгә ҡалғандар ҙа, яугирҙәр ҙә, кемгәлер ярҙамды ойошторорға теләүселәр ҙә мөрәжәғәт итә. МХО-ға юлланған ир-егеттәребеҙгә тәүге көндәрҙән ныҡлы ярҙамсыға ла әүерелде ул. Эльвира Хөрмәт ҡыҙы һәм Әхәт Әсҡәт улы Кирамовтар үҙҙәре лә яугирҙәр янына ярҙам алып барып ҡайтҡайны. Ярҙамсыл, кешелекле һәм кеселекле Эльвира Кирамованы миҙал менән бүләкләнеүе айҡайнлы бар күңелдән ҡотлайбыҙ! 

Лайыҡлы наградаЛайыҡлы награда
Лайыҡлы награда

Эльвира һәм Әхәт Кирамовтар яугирҙәребеҙгә ярҙам әҙерләп кенә ҡалмай, ә уларҙың янына ла барып ҡайтҡайны. Был хаҡтағы кисерештәре тураһында Эльвира:

- Һуғыш беҙҙең яныбыҙҙа ғына икәнен аңланым. Ундағы кешеләр менән бик үк һөйләшергә ярамай. Сөнки улар араһында ВСУ яҡлылар булыуы ла ихтимал. Шулай ҙа түҙмәй йәшәйештәрен һораштым. Улар: “Шул тиклем арыныҡ. Бар нәмә ҡиммәт. Ҡайһы саҡта ашарға ла булмай. Теге яҡтан шартлатҡыстар килеп тик тора”, - тине. Ололар һәм балалар күренә, ә эш йәшендәгеләр сит илгә китеп бөткән. Бөтә ерҙә емереклектәр. Уларҙы яйлап бөтәйтә башлағандар. Ә юлдары – иҫ китмәле, шып-шыма, яҡшы. Дрон төшөп шартлатып китһә, икенсе көнөнә шунда уҡ йүнәтәләр.

Лайыҡлы награда
Лайыҡлы награда
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас