Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Апрель , 10:50

Ишбирҙеләр ҡар һыуына барҙы

Ишбирҙе ауылының ҡатын-ҡыҙҙары ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре менән Ҡар һыуына барҙы. Китапханасы Ҡар һыуына барыу йолаһы тураһында һөйләп киткәс, Гөлһыу Ишбулды ҡыҙы Дәүләт ҡоҙоғоноң тарихы менән таныштырҙы һәм үҙе яҙған "Ер-һыу атамалары" исемле шиғырын уҡыны. Шифалы, тәмле һыулы ҡоҙоҡҡа элек булған ауыл халҡы һыуға йөрөгән, хәҙер һыуы яҙ көндәрендә генә була. Биҙрәләргә һыу тултырғас изге теләктәр теләп ҡоҙоҡҡа тәңкәләр һалдыҡ һәм йырлашып алғас ҡайтыу яғына ҡуҙғалдыҡ.Юл ыңғайы Гөлһыу Ишбулды ҡыҙының Дәүләт ҡоҙоғонан алынған тәмле сәйен эсеп ҡайттыҡ, алсаҡ хужабикәгә, шулай уҡ сарала ҡатнашыусыларға барыһына ла ҙур рәхмәттәр еткерәбеҙ, киләсәктә лә именлеккә осрашырға яҙһын.

Ишбирҙеләр ҡар һыуына барҙыИшбирҙеләр ҡар һыуына барҙы
Ишбирҙеләр ҡар һыуына барҙы

Ҡар һыуына барыу – башҡорттар араһында киң таралған йола. Яҙын ҡарҙар итеп, гөрләүектәр ағып ятҡан мәлдә үткәрелгән. Оло инәйҙәр бала-сағаға, сирле-сырхауға им итер өсөн ҡар һыуын мотлаҡ йыйып ҡалырға тырышҡан. Сөнки ул һыу таҙа урындан алынһа, өҫтөнә доға уҡылһа, тыныс урында ултырһа, боҙолмай, айҙар буйы иҫкермәй, шифалы сифаттарын юғалтмай икән.

Ишбирҙе ауылының ҡатын-ҡыҙҙары ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре менән Ҡар һыуына барҙы. Китапханасы Ҡар һыуына барыу йолаһы тураһында һөйләп киткәс, Гөлһыу Ишбулды ҡыҙы Дәүләт ҡоҙоғоноң тарихы менән таныштырҙы һәм үҙе яҙған "Ер-һыу атамалары" исемле шиғырын уҡыны. Шифалы, тәмле һыулы ҡоҙоҡҡа элек булған ауыл халҡы һыуға йөрөгән, хәҙер һыуы яҙ көндәрендә генә була. Биҙрәләргә һыу тултырғас изге теләктәр теләп ҡоҙоҡҡа тәңкәләр һалдыҡ һәм йырлашып алғас ҡайтыу яғына ҡуҙғалдыҡ.Юл ыңғайы Гөлһыу Ишбулды ҡыҙының Дәүләт ҡоҙоғонан алынған тәмле сәйен эсеп ҡайттыҡ, алсаҡ хужабикәгә, шулай уҡ сарала ҡатнашыусыларға барыһына ла ҙур рәхмәттәр еткерәбеҙ, киләсәктә лә именлеккә осрашырға яҙһын.

Ишбирҙеләр ҡар һыуына барҙы
Ишбирҙеләр ҡар һыуына барҙы
Ишбирҙеләр ҡар һыуына барҙы
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас