Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
2 Апрель , 06:35

Радий Хәбиров Өфөгә БПЛА һөжүме тураһында хәбәр итте

Баш ҡаланың нефть заводтары яғына осҡан бер нисә пилотһыҙ осоу аппараты бәреп төшөрөлгән, берәүһе күп ҡатлы йортҡа эләккән.

Бөгөн иртән, 2 апрелдә, Өфө нефть эшкәртеү заводтарына ҡарай осҡан бер нисә пилотһыҙ осоу аппараты атып төшөрөлгән, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы. Бер БПЛА киҫәктәре сәнәғәт зонаһына төшкән, зыян күреүселәр юҡ. Әле предприятие биләмәһендә янғынды һүндереү эштәре бара.

Тағы бер дрон Ғафури урамындағы йортҡа эләккән. Әлеге ваҡытта бөтә хеҙмәттәр ҙә ваҡиға урынында эшләй, асыҡ ут һүндерелгән.

Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ.

Бөгөн таңғы 6-сы яртыла республикала пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас