Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март , 15:55

Мал ауырыуҙары таралмаһын өсөн

Кешеләр ҙә йоҡтороу ихтималлығы булған мал ауырыуҙары таралыу сәбәпле, һаҡ булырға саҡырабыҙ! Хәл яҡшырғансы мал һатыу, һатып алыу, уны икенсе урынға күсереү тыйыла. Районда эре һәм ваҡ малды вакцинациялау бара. Мотлаҡ малығыҙҙы күрһәтергә онотмағыҙ. Шәхси гигиенаны күҙәтегеҙ һәм балаларҙы ла быға өйрәтегеҙ. Ауылда йәшәүселәр урындағы ветеринарҙарға мөрәжәғәт итә. Баймаҡта йәшәүселәр С. Юлаев проспекты, 33 адресы буйынса Белешмәләр өсөн телефондар: 3-17-11, 89696118177.

Мал ауырыуҙары таралмаһын өсөн
Мал ауырыуҙары таралмаһын өсөн

Был мәсьәлә бөгөн илдә лә, республикала ла көнүҙәк булып ҡала. Мал ауырыуҙары таралмаһын өсөн тейешле саралар күрелә, был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән кәңәшмәләрҙә әйтелә. Ниндәй район-ҡалала эпизоотик хәл ниндәй икәнлегенә тулы анализ яһала. 

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас