+21 °С
Болотло


Әхмәр ауылында Байтимеров Азамат ағай менән Сәүҙә апай килен алып ҡыуанһа, Мәтинов Дамир ағай менән Тәслимә апай кейәүле булды. Боронғоса ҡоҙалар саҡырып дуғалап үткәрелгән никах туйҙары шаулап гөрләп үтеп китте. Йәшәгән ерлегебеҙзэ һәм мәҙәниәт тормошонда әүҙем ҡатнашып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар алыҫтан - Благовещен ҡалаһынан килгән ҡоҙаларҙы ҡаршы алһа, ә икенселәре "Килен ҡаршылау", "Килен һөйөү" йолаһын башҡарҙы. Шулай итеп, таҡмаҡтар, йырҙар йырлап, бейеп ике яҡтың да ҡоҙаларын ҡыуандырып, әхмәрҙәр үҙ бурысын үтәне. Матур теләктәр теләп, сәйҙәр эсеп, килен күренештәре алып һөйөндөләр. Йәштәр бәхетле, һөйөүҙәре мәңгелек булһын!