+21 °С
Болотло


Райондың мәғариф хеҙмәткәре үҙҙәрен спортта ла һынатмай. Улар спартикадаға йыйылды. Спорт ярыштары ҡаланың бер нисә майҙансығында үткәрелде: 3-сө мәктәптә, Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатында, балалар ижады үҙәгендә һәм «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында. Уҡытыусылар бик яҡшы физик әҙерлек күрһәтте. Ярыштар йомғаҡтары буйынса урындар түбәндәгесә бүленде: 3-сө урын-Ниғәмәт зонаһы командаһы; 2-се урын-Иҫке Сибай зонаһы командаһы; 1 — се урын-Баймаҡ ҡалаһы командаһы. Еңеүселәргә почет грамоталары һәм миҙалдар тапшырылды. Күсмә Спартакиада Кубогы Баймаҡ ҡалаһы командаһында лайыҡлы ҡалды! Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ҡотлайбыҙ һәм яңы спорт еңеүҙәре теләйбеҙ!