+24 °С
Ямғыр


Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған республика ижади эштәр конкурсы еңеүсеһе, Баймаҡ лицей-интернат уҡыусыһы Нурсилә Ғүмәрованы ҡотлайбыҙ!
Был конкурс йәш авторҙарҙы билдәләү, уҡыусыларҙың әҙәби-ижади эшмәкәрлеген үҫтереү һәм камиллаштырыу, уларҙың иғтибарын илебеҙ халыҡтарының тарихына, мәҙәниәтенә һәм әҙәби традицияларына йәлеп итеү маҡсатында үткәрелде. Ғүмәрова Нурсиләнең үҙе ижад иткән шиғырҙары эксперт комиссияһы тарафынан баһаланды һәм иң яҡшыларҙың береһе тип танылды. Нурсилә еңеүсе Дипломы менән бүләкләнде, ә уның остазы, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмова Әлфиҙә Дәүләткилди ҡыҙы Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Афарин!