Новости
28 Март , 06:50

Ҡар һыуына барҙылар

Ҡар һыуына барыу башҡорттар араһында киң таралған йола. Һыуға март аҙағында, апрель башында, бурандар тымып, ҡар ирей башлағас барғандар. Ниғәмәт мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр, 4-се класс уҡыусылары , класс етәксеһе Нәзифә Хәлил ҡыҙы менән берлектә ҡар һыуына барҙылар. Балаларға ҡар һыуының файҙаһы тураһында  аңлатылды.  алып ҡайтҡас ҡыҙҙар унан сәй ҡайнатҡан, бит, сәс йыуған. Балалар ағинәйҙәрҙең һөйләүен бик ентекле,йотлоғоп тыңланылар. Ҙур кинәнес менән биҙрәләргә ҡар һыуы тултырҙылар. Был йола балаларға бик оҡшаны. Тәмлекәстәр ашап, саф һауа һулап, рәхәтләнеп уйнап таралыштылар.

Ҡар һыуына барҙыларҠар һыуына барҙылар
Ҡар һыуына барҙылар

Ҡар һыуына барыу башҡорттар араһында киң таралған йола. Һыуға март аҙағында, апрель башында, бурандар тымып, ҡар ирей башлағас барғандар. Ниғәмәт мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр, 4-се класс уҡыусылары , класс етәксеһе Нәзифә Хәлил ҡыҙы менән берлектә ҡар һыуына барҙылар. Балаларға ҡар һыуының файҙаһы тураһында  аңлатылды. Элегерәк заводтар булмағас, төрлө химик матдәләр ҡулланылмаған, баҫыуҙарға минераль ашламалар һалынмағас, ҡар һыуы бик таҙа булған. Һыу ала торған урынды ололар алдан билдәләп ҡуйыр булғандар. Һыуҙы алып ҡайтҡас ҡыҙҙар унан сәй ҡайнатҡан, бит, сәс йыуған. Әсәләр балаларын да ҡойондорғандар. Был һыу баланы күҙ тейеүҙән һаҡлаған. Хат та боронғолар ҡар һыуын зәм-зәм һыуы тип тә атағандар. Балалар ағинәйҙәрҙең һөйләүен бик ентекле,йотлоғоп тыңланылар. Ҙур кинәнес менән биҙрәләргә ҡар һыуы тултырҙылар.Был йола балаларға бик оҡшаны. Тәмлекәстәр ашап, саф һауа һулап, рәхәтләнеп уйнап таралыштылар.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас