+21 °С
Болотло


Изге йома көнөндә Баймаҡтың билдәле эшҡыуарҙары, ирекмәнлек хәрәкәтенә тос өлөш индергән, һәр кемгә ярҙам итергә ынтылып ҡына торған Эльвира һәм Әхәт Кирамовтар һәр кемде Самауыр сәйенә саҡырҙы "Нур" магазины алдында һыйҙан һығылып торған өҫтәлдәр артында рәхәтләнеп үлән сәйе эстек. Тәмлекәстәрҙе Эльвира үҙе лә, ҡәйнәһе лә, күрше-күләндәре, дуҫтары ла бешергән ине. Ғаилә башлығы Әхәт Кирамов: " Бергә-бергә эскән сәйҙәр ниндәй тәмле. Был беҙҙең матур йолаға әүерелһен!"-тип йылмайҙы. Көлөшә-көлөшә яҙғы ҡояш нурҙарына ҡыҙынып эскән сәй бигерәк тәмле икән. Һәр саҡ кешеләрҙе хәстәрләгән Кирамовтарға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, балалар шатлығы теләйбеҙ!