

Бөгөн ағинәйҙәр менән "Ҡар һыуы" на барыу насип булды.Сара ла ағинәйҙәр йәмәғәте рәйесе Хәлиҙә Иҙелбай ҡыҙы, Әлфирә Исхаҡ ҡыҙы, Вәлимә Мазһар ҡыҙы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре ҡатнаштылар.Йолаларыбыҙҙы дауам итеү, һаҡлау, мәҙәниәтебеҙҙе киң йәйелдереү, үҫтереүҙе маҡсат итеп алдыҡ. Ата- бабаларыбыҙ борон- борондан ҡар һыуына барғандар.Йәш әсәләр сабыйҙарын ҡойондорғандар, ҡатындар сәй ҡайнатҡандар, сәстәрен бит- ҡулдарын йыуғандар, күҙ тейеүҙән һаҡлай тигәндәр.
Ҡар һыуына барҙы ағинәйҙәр,
Көйәнтәләп матур күнәктәр.
Сылтыр- сылтыр тәңкә комзолыбыҙ,
Юлаҡ- юлаҡ япма күлдәктәр.
Ҡар һыуҙары аға тау аҫтына,
Тулҡындары ҡаға ярҙарға.
Күңелдәрҙә һайрай илһам ҡошо,
Әйҙәгәндәй беҙҙе йырларға.
Яҙ тип тибә беҙҙең йөрәктәр.
Саллана ла күптән сәсебеҙ.
Тәнгә шифа, йәнгә сихәт биргән,
Ҡар һыуҙары тәмләп эсәбеҙ.
( Хәлиҙә Ишдәүләтова шиғыры)
Ағинәйҙәр бисмилла әйтеп, ҡар һыуынан сәй ҡайнатыу өсөн һыу алып, шифаһы тейһен тип теләктәр теләп:
Әйҙә иркәм бараһыңмы?
Мин барам ҡар һыуына
Ҡар һыуҙары шифа тиҙәр,
Йөрәк ярһыуҙарына...
-тип йырлай- йырлай ҡайтыу юлына ыңғайланылар.Йолаларыбыҙҙы онотмайыҡ! дауам итәйек! Афарин ағинәйҙәр!