Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
27 Март , 07:35

Байыштар ҡышты оҙатты

Көн менән төн тигеҙләнгән ваҡытта тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уянып яңы йыл башлана тигән боронғолар. Байышта төрлө саралар үткәреүсе  Наилә Әхмәт ҡыҙы һәм Гөлсиә Ибраһимова балалар менән һалҡын ҡышты оҙатып ҡуйҙы. Балаларға Наурыз" байрамының мәғәнәһен, тарихын һөйләнеләр, саф һауала уйындар уйнанылар. Сараның иң ҡыҙыҡлы өлөшө байрам ҡарасҡыһын яндырыу булды. Һәр кем ҙур ҡыҙыҡһыныу менән һаламдан яһалған ҡарасҡының яныуын күҙәтте һәм ерҙә яҡшылыҡ менән шатлыҡтың хакимлек итеүенә инанды. Ҡышты оҙаттыҡ, барлыҡ күңелһеҙлектәрҙе, үпкәләүҙәрҙе яндырҙыҡ һәм яңырыу, йәшлек, яҡшылыҡ сифаттарын берләштергән   Яҙ миҙгеленә урын бирҙе.

Байыштар ҡышты оҙаттыБайыштар ҡышты оҙатты

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас