+24 °С
Ямғыр
Күҙ - ҡурҡаҡ, ҡул - батыр, -тип боронғо ололар бушҡа әйтмәгәндәрҙер. Мәктәптең 5-се "а" класы тимуровсылары, класс етәкселәре менән берлектә, Ғибәҙәтова Рәсимә инәйгә барып ярҙам иткән. Улар урам эсендәге ҡар өйөмдәрен таратҡан, ҡар һыуына юл асҡан. Балалар инәйҙәрен ҡыуандырып, уның рәхмәт һүҙҙәрен алып ҡайтты. Афарин, балалар!
Резеда Хәмиҙун ҡыҙы.