"Беҙ — гагаринсылар " республика олимпиадаһына йомғаҡ яһалды. Физик культура буйынса. «Сулпылар» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре иҫ киткес һөҙөмтәләр күрһәтте һәм балаларыбыҙҙың иң етеҙ һәм маҡсатҡа ынтылыусан булыуын иҫбатланы! Нәбиуллин Дияр - республиканың бронза призеры (3-сө урын)!
Фәйзуллина Нәргизә-Башҡортостандың иң көслө ун спортсыһы иҫәбенә инде (9-сы урын)!
Бәләкәй чемпиондарыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ! Тәрбиәселәргә — Әнисә Мисбах ҡыҙы һәм Гөлназ Фазулла ҡыҙына ҙур рәхмәт. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, сабырлығығыҙ һәм балаларҙы әҙерләүгә профессиональ өлөш индереүегеҙ был еңеүҙәрҙең нигеҙе булып тора. Шулай уҡ ата-әсәләргә баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Балаларҙың уңышына ышаныуығыҙ - еңеүҙең төп сере ул.