Баймаҡта тәүгеләрҙән булып эшләй башлаған предприятиеларҙың береһе - урман хужалығы. Уның барлыҡҡа килеүенә быйыл 90 йыл туласаҡ. Шул уңай менән иҫтәлекле датаға бәйле мәҡәләләрҙе гәзит биттәренә бирә башлайбыҙ. Бөгөн предприятиеның нисек барлыҡҡа килеүе, һәм Совет осорондағы эшмәкәрлеге, уны ойоштороусылар хаҡында һөйләп үтергә теләйем.
1962 йылда КПСС-тың райком (беренсе секретары Р.Г. Өмөтбаев) һәм район Советының (рәйесе Х.С. Күсәбаев) ҡарарҙары менән Бикеш ауылындағы урман хужалығы Баймаҡҡа күсерелә һәм ул ваҡытлыса Почта урамының 1-се йортонда урынлаша. Бында ул 1963 йылдың көҙөнә тиклем эшләй. Уны күсереү тәҡдимен беренсе булып урман хужалығы директоры Николай Парфенов менән баш бухгалтеры Фазылйән Ҡолоев күтәреп сыға. “Башлес” урман етештереү комбинаты идаралығының урман хужалығы идаралығы начальнигы Л.Х. Хәйруллин ошо маҡсатта финанс бүлә. Урман хужалығының яңы бинаһы өсөн М.Йәлил урамы эргәһенән ер бүлеме бирелә. Ул тәүҙә - Урман, һуңынан Гайдар исемен йөрөтә башлай.
Был осорҙа Бикеш ауылынан контора, матди-техник база һәм 1-сенән алып 15-сегә тиклемге (таҡ һандар яғы) бөтә торлаҡ йорттар ҙа Баймаҡҡа күсереп, ҡайтанан төҙөп ултыртыла. Урамдың бер яғы ҡаланы икегә бүлеп аҡҡан Хафиз шишмәһенә тиклем барып тоташа. Ул ваҡытта йылға буйында, әлбиттә, хәҙерге кеүек бер ниндәй ҙә ҡый-һай юҡ ине. Ололарҙың әйтеүенсә, ул ваҡытта Таналыҡ йылғаһынан ҡайһы бер төр балыҡтар ыуылдырыҡ сәсеү өсөн ошо шишмәгә күтәрелгән булған. Йылға буйын һаҡлау өсөн Б.Вәлид урамының көнбайышы буйлап ҡайын ағастары ултыртылды. Уларҙың ҡайһы берҙәре бөгөн дә беҙҙе ҡыуандырып үҫеп ултыра.
Урамдың уртаһына ҡара мунса күтәреп ултыртыла. Һыу өсөн скважина ҡаҙыла. Дөрөҫ, был ерҙәрҙә ҡара тупраҡ булмаған. 1912-1913 йылдарҙа 40 сантиметрға тиклем тәрәнлектә ер ҡатламы һыҙырып алына һәм заводтың дамбаһын нығытыу өсөн ебәрелә. Шул сәбәпле, яҙ һәм көҙ көндәре урамдан үтеп сыҡҡыһыҙ батҡаҡ була. Аяҡ кейемдәренә йәбешкән балсыҡтан бер аҙым да баҫа алмаған саҡтар бар ине. Ошондай шарттарҙа баҡса үҫтереү тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Ул йылдарҙа мин Еңеү урамындағы 2/5 йортта Комиссаровтарҙың фатирында йәшәнем. Йорт хужаһы заводта бухгалтер булып эшләне. Хужабикә, Даша инәй, үҙен “хохлушка” тип йөрөттө. Ул бик тә изгелекле ҡатын була торғайны.
Эштән һуң саф һауала йөрөп алыу өсөн йыш ҡына йылға буйына төшөп, үргә табан атлап бара торғайным. Һәм һәр ваҡыт һары төҫтә мансылған, текә таулы, уйпат һыртлы Ишкилде тауына ҡарап уйға ҡала торғайным. Өҫтәүенә, унда һәр ваҡыт саң-туҙан уйнап торҙо. Эҫе һауа торошо хакимлыҡ иткән саҡта унда ышыҡланып торорлоҡ хатта бер ағас та булманы. Бер ҙә ҡыуаныс килтермәгән был күренеш унда ғына түгел, һәр ҡайҙа ла күҙгә ташлана ине. Баймаҡты ҡала тип әйтеүе лә ауыр була торғайны. Ҙур ауыл тип йөрөттөләр. Бер нисә йылдан бындағы яланғас тауҙарҙы йәшелләндереү буйынса ныҡлы эш алып барырыбыҙ ҙа, эргә-тирәләге тәбиғәт кенә түгел, Баймаҡтың үҙе лә ныҡ үҙгәрәсәген шул ваҡытта күҙ алдыма ла килтерә алмай инем.
Баймаҡ урман хужалығы коллективы тәүҙә үҙ теләге менән ҡаланы һәм уның тирә-яғын йәшелләндереү маҡсатында эштәр алып барҙы. Ирәндек тауы һыртын, уның көнбайыш битләүен, һуңынан “Ирәндек” һыу сығарыу насосы биләмәһен, Иҫән ял йортон уратып ағас үҫентеләре ултыртыу буйынса ҙур саралар күрелде.
Ул йылдарҙа предприятиела Рәсих Байымов, Риф Биглов, Александр Путенихин, Миңнияр Ғәлимов, Рафиҡ Байрамғолов, В.Давыдов, Иван Марков, Әнүәр Байназаров, Әхмәтғәле Иҫәнбаев һәм башҡалар эшләне. Баймаҡ урмансылығы технигы Рәхимйән Асылбаев Ирәндек һыртында урман ултыртыу эштәрен ойошторҙо.
1966 йылдың ғинуарында БАССР-ҙың Урман министрлығы барлыҡҡа килде һәм урмансылар беренсе тапҡыр һөнәри байрамын билдәләү хоҡуғы алды.
Шул уҡ йылда урман хужалығы министры итеп юғары һөнәри белемле Марсель Хәбиб улы Абдулов тәғәйенләнде. Ул республиканың урман хужалығын тулыһынса үҙгәртеп ҡорҙо, тип әйтергә мөмкин. Идеяларға бай кеше булды. Советтар Союзы, социалистик лагерҙар буйлап күп йөрөнө. Һәр бер күргән яҡшы күренеште Башҡортостанда ла тормошҡа ашырырға тырышты. Һөҙөмтәлә республикала урман хужалығын финанслау тармағы яҡшырҙы, производствоға иғтибар артты, урманды мелиорациялау станциялары барлыҡҡа килде. Ҙур базала ағас үҫентеләре үҫтереү питомниктары асылды. Механизациялауға иғтибар артты, машина-трактор паркы тулыланды. Шулай уҡ авиация ярҙамында тәбиғәттә сыҡҡан янғындарҙы һүндереү хеҙмәте ойошторолдо. Хеҙмәткәрҙәргә торлаҡ йорттар төҙөү өсөн бюджеттан аҡса бүленә башланы. ОРС, магазиндар эшләй башланы. Республика биләмәһендә боландарҙы үрсетеү маҡсатында махсус фермалар барлыҡҡа килде. Граф күле буйын төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү эштәре йәнләнде.
1974 йылда Марсель Хәбиб улы Саратов ҡалаһындағы “Союзгипролесхоз” институтының Башҡорттостан проект-тикшереү бүлегенә, Башҡортостан урман тәжрибә станцияһына һәм тупраҡ-химик лабраторияһына махсус күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, Аҫыл биләмәһендәге ағас үҫмәгән 195 гектар майҙанды йәшелләндереү бурысы ҡуйылды. Уның өсөн Туймазы производство урман хужалығының 110 гектар майҙанында техник-тикшереү эштәре алып барыу кәрәклеге тураһында күрһәтмә сыҡты. 1975 йылдан башлап Баймаҡ ҡалаһының текә тау битләүҙәренең 1500 гектар ерендә төрлө йәштәге ағас ултыртыу эштәре башланды. Баймаҡ ҡалаһынан алып Бикешкә табан юл буйҙарында һәм баҫыу сиктәрендә ағас һыҙаттары барлыҡҡа килде (лесничий Ришат Уйылданов). Был осорҙа генераль директор булып Хисам Яҡупов, Виктор Николаев, Вальдемар Хисамиев, Рәис Ялалетдинов эшләне. Ә инде урман хужалығы директоры итеп Радик Нәбиуллин тәғәйенләнгәйне. Ғәҙелхай Ибраһимов - Баймаҡ урман хужалығының баш лесничийы, ә Ришат Уйылданов, Митем Ибяев, Вера Захарова, Сергей Николаев лесничийҙары булып эшләне. Уларҙың ярҙамсылары Наил Ҡолоев, Илдар Ғүмәров ине.
Ысынлап та, шул йылдарҙа ҡаланы һәм эргә-тирәләге биләмәне йәшелләндереү буйынса ҙур эштәр алып барылды. Текә ҡаяларҙа ағас ултыртыу өсөн бураҙналар ҡаҙып, тупраҡ әҙерләү эшенә трактористар Ирек Салихов, Иван Кишкин, Урал Байсыуаҡов, Андрей Маврин, Алексей Лисин, Хәлил Хәмитов йәлеп ителде.
Пасадкала йәш ағас үҫентеләре ултыртыу, урман үҫтереү эше менән мастерҙар, урмансылар, Насип Хоҙайбирҙин, Радик Байрамғолов, Миңдияр Ғәлимов, Геннадий Алмаев, Зәбирә Ишемғужина, Мая Бычкова, Михаил Шаранов, Мағаз Иҙелбаев, Юлай Әминев, Риза Нәҙербаев, М.Хәмитов, Мирза Ишбулатов, Г.Мөхәмәтйәнов, Миңлеғол Арсланов, Салауат Муллаҡаев, Сәйғәфәр Рәхимов, Радик Ғәлләмов, шулай уҡ уҡыусыларҙан Риза Рамаҙанов, Рөстәм Иҙелбаев һәм башҡалар шөғөлләнде.
Йәш ҡарағайҙар үҫә башлау менән, Яңы йыл шыршыларын әҙерләү өсөн билет биреү бурысы Абрик Назаривҡа йөкмәтелде.
Аҫыл быуаһы буйында 195 гектар майҙанда йәш ағас үҫентеләре сәсеп үҫтереү өсөн махсус тәғәйенләнештәге питомник барлыҡҡа килде. Тәүге проект буйынса ул Ҡуянтау быуаһында асылырға тейеш ине. Ләкин был тәҡдим хуплау тапманы. Ә бына техник проектта ҡаралған урман орлоҡтары фабрикаһы, административ бина, ҡаҙанлыҡ, ремонт-техник оҫтаханаһы, теплицалар, боҙло баҙ, егерме тоннаға тиклем һыйҙырышлы орлоҡ һаҡлағыс, ҡаҙанлыҡ пункты төҙөлөп файҙаланыуға тапшырылды. Шулай уҡ һыу һибеү ҡоролмаһы эшләй башланы.
Баҫыуҙарҙа орлоҡ сәсеп үҫтереп алыу әйләнеше яйға һалынды. Ҡарағай һәм япраҡлы ағас плантацияһы барлыҡҡа килде. Шулай уҡ ҡарағат, ҡурай еләге баҡсалары гөрләп үҫте. Уңыштарын йыйып алыуҙа ҡала халҡы ла ярҙам итте.
Урман хужалығына ике тиҫтәнән ашыу кеше эшкә алынды. Уларҙы махсус бүленгән автобус алып йөрөнө. Радик Нәбиуллин, Виктор Огнев, Әүхәҙи Ҡәйепҡолов, Федор Путенихин, Риф Биглов, Григорий Бородин, Геннадий Алмаев, Урал Таһиров, Меннаф Якушев, Ольга Дымова, Тимерйән Сабитов, Рамаҙан Мусин, Ҡәйүм Тайсин, Ғәйшә Тайсина, Фәрит Аралбаев, Әхмәт Йосопов, Радис Маннапов һәм башҡалар бер коллективҡа тупланды.
Шуныһын да әйтеп китергә кәрәк: урман үҫтереү буйынса алған эшебеҙҙең барып сығырына тәүҙә икеләнеп ҡараусылар, ышанмаусылар ҙа булды. Ләкин һөҙөмтәһен күреп, улар ҡараштарын үҙгәртте.
Баймаҡты йәшелләндереү буйынса алып барылған маҡсатлы эштең башланыуына ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт үтте. Бөгөн ҡалабыҙҙы уратып алған урманға ҡарап ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ. Ул ағастарҙы үҫтереү өсөн күпме көс һалынғанын, ваҡыт бүленгәнен беҙ яҡшы беләбеҙ. Баймаҡ урмансыларының хеҙмәтенә хөрмәт күрһәтеп, ҡалаға ингән урында парк булдырғанда бик яҡшы булыр ине, тигән тәҡдим индерәбеҙ. Бәлки, уны хуплап, күтәреп сығыусылар табылыр, тигән өмөттә ҡалам.
Урман Кодексының яңы редакцияһына ярашлы, ҡаланың йәшел зонаһы хәҙер ҡала биләмәһе ҡарамағына тапшырылған. Тимәк, йәшелләндереү, урманды үҫтереү буйынса барлыҡ эштәрҙе артабан ҡала хакимиәте алып барырға бурыслы. Бында Ирәндек һыртының телевидение вышкаһы тәңгәленән көнсығыш битләүендә ағас ултыртыу, уларҙың тәбиғи рәүештә үҫеүенә булышлыҡ итеү, санитар ҡырҡыу, янғындан һаҡлау, сүп-сарҙы сығарыу кеүек эштәр даими башҡарылырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта ҡала халҡының малын көтөүҙе ойоштороу мотлаҡ. Кире осраҡта, уларҙың тиҫтә йылдар, ауырлыҡ менән үҫтереп алған йәшеллекте юҡҡа сығырауы ихтимал.
Ҡаланың йәшел зонаһы артабан тәбиғи шарттарҙа: ағастар орлоҡтарын сәсеп, йәш үҫентеләр шытып, үҫеп китә алырмы? Быныһын инде ваҡыт күрһәтер. Күп йылдарҙан һуң улар Баймаҡ халҡын һәм ҡунаҡтарҙы үҙҙәренең мөһәбәтлелен, матурлығын, хозурлығын күрһәтеп, ҡыуандырыр, тип ышанғы килә.
Р.Асылбаев,
Баймаҡ урман хужалығының ветерандар советы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы советы президиумы ағзаһы, Баймаҡ урман орлоҡсолоҡ производствоһы станцияһының элекке начальнигы, Баймаҡ производствоһы урман хужалығы бүлегенең урманды һәм баҫыуҙарҙы яҡлаусы урман һыҙаттарын тергеҙеү буйынса өлкән инженер.
Фото: Архивтан алынды. 1996 йылғы фото.