

Ишбирҙе дөйөм белем биреү мәктәбендә "Берҙәм Рәсәй" партияһы акцияһы сиктәрендә, “Герой парта”ларын асыу тантанаһы үтте. Был парталар төрлө йылдарҙа беҙҙең мәктәптә белем алып, яҙмыштарын тыуған ауылы менән тығыҙ бәйләгән дүрт ир- уҙаманға бағышланған. Улар - махсус хәрби операция барышында антҡа тоғро ҡалып, хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған яугирҙәр - Йәҙгәр Насип улы Дәүләткилдин, Нуриман Ислам улы Маликов, Фирзән Вәли улы Тулыбаев, Данил Әхмәҙулла улы Халиков. Хәҙер был парталар уҡыусыларға батырлыҡ ҡылған һәм шәхси өлгө күрһәткән яҡташтары тураһында һөйләй. Сарала герой-һалдаттарҙың ата-әсәләре, туғандары, яҡындары ҡатнашты, иҫтәлектәр менән уртаҡлаштылар.Мәктәп директоры Дәүләткилдина Л. С. ҡунаҡтарҙы сәләмләп, батыр егеттәребеҙҙең исемен мәңгеләштереүгә инициатива белдергән ата- әсәләргә, мәғлүмәт туплауҙа ҙур тырышлыҡ күрһәткән уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға, был сараны юғары кимәлдә ойошторған мәктәп коллективына рәхмәт белдерҙе. Ҡоролтай етәксеһе С. М. Иҫәндәүләтов балаларға тырышып уҡыуҙарын, батыр ауылдаштары исеменә тап төшөрмәй, тыуған илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булып үҫеүен теләне. Альбина Һөйөндөк ҡыҙы Маликова мәктәп коллективына рәхмәтен еткерҙе, улы Нуриман Ислам улы исемендәге стипендия булдырып, уҡыу йылы аҙағында тик "бишле" гә өлгәшкән уҡыусыларҙы бүләкләргә теләк белдерҙе .Махсус хәрби операцияла ҡатнашып, беҙҙең, беҙҙең балаларҙың яҡты киләсәге өсөн башын һалған егеттәребеҙ батырлығы хаҡында булдырылған иҫтәлек уларҙың тыуған мәктәптәре, районы һәм бөтә ил хәтерендә мәңге һаҡланасаҡ.Батыр даны мәңгелек!!!