Иҫке Сибай ауылында "Урал" милли йəйəнəн уҡ атыу клубы асылыу айҡанлы турнир үтте. Иҫегеҙгə төшөрөп үтəйек бер аҙна элек кенə ошо тирҙың рəсми асыу тантанаһы үткəйне. "Урал" клубы ағзалары күп көттөрмəй Башҡортостандың барлыҡ уҡсыларын саҡырып ярыш та ойоштороп ебəрҙе. Ҡыуаныстарын уртаҡлашырға тип Өфө, Белорет, Учалы, Сибай, Баймаҡ, Күмертау ҡалаларынан, Өфө, Əбйəлил, Бөрйəн, Белорет, Ейəнсура, Учалы, Хəйбулла һəм Баймаҡ райондарынан бөтəһе 62 уҡсы килеп етте. Һəр район үҙ сиратында Иҫке Сибай уҡсыларын ҡотлап бүлəктəрен дə тапшырҙылар. Ҡышҡы миҙгелде ябыу тигəн кеүек 18 метрҙан Фита-40 сəбенə атыш булды. Ике йəш айырмаһы: 55 йəшкə тиклем һəм 55 йəштəн өлкəндəр араһында ярыштар уҙғарылды.
Ҡағиҙə буйынса бəйге ғəҙəттəгесə квалификация һəм финал этаптарынан торҙо.
Квалификация этабында 3 уҡ менəн 20 серияла мөмкин тиклем күберəк мəрəйҙəр йыйыу бурысы ҡуйылһа, финалдар этабында дəғүəсеңде 3 тапҡыр еңеү кəрəк ине.
Финалдар этабында һəр йəш айырмаһында бик ҡыҙыҡ һəм көсөргəнешле осрашыуҙар үтте.
55 йəшкə тиклемге ир-егеттəр араһында:
1-се Рахманғолов Ғəфүр (Баймаҡ районы);
2-се Хəйруллин Нуриман (Əбйəлил районы);
3-сө Мырҙағəлин Илфат (Баймаҡ районы).
55 йəшкə тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар араһында Бөрйəн һылыуҙары алдыңғылыҡты бер кемгə лə бирмəне:
1-се Ғəҙелшина Йəсмин;
2-се Əбдрəшитова Гөлдəр;
3-сө Ишкилдина Наилə
55 йəштəн өлкəн олпат ағайҙар араһында
1-се Низаметдинов Рəис Өфө ҡалаһы);
2-се Байегетов Камил (Баймаҡ районы);
3-сө Ырыҫҡолов Азамат (Бөрйəн районы).
3 тапҡыр 18 йəшлек ҡыҙҙар араһында
1-се Хəлилова Милəүшə (Əбйəлил районы);
2-се Исламова Нилə (Учалы районы);
3-сө Низаметдинова Лилиə (Өфө ҡалаһы).
Бихисап күп махсус бүлəктəр уйнатылды. Уҡсылар ихлас атышып отоп алдылар.
Һəр еңеүсене ихлас күңелдəн ҡайнар ҡотлайбыҙ. Артабан да уңыштар һеҙгə телəйбеҙ.
Ярышты ойоштороусы Фəиз Иҙрисов етəкселегендəге "Урал" клубына, тəмле аштары менəн һыйлаусы апайҙарға ҙур рəхмəт.
"Урал" клубында һауа ярып уҡтар һыҙғырып торһон. Килəсəктə Башҡортостаныбыҙҙы данларлыҡ мəргəндəр үҫеп сыҡһын.
Ятып ҡалғансы-атып ҡал!
Ярыштың сағыу мəлдəре
vk.ru/album-204368244_3088...