Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март , 11:45

Баймаҡ көрәшселәренең яңы еңеүҙәре

Йылайыр районының Юлдыбай ауылында яугир-интернационалист Р.Х. Ҡолһариндың яҡты иҫтәлегенә арналған милли көрәш буйынса район-ара турнир уҙҙы. Унда Баймаҡ командаһы ла ҡатнашты һәм яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.

Йылайыр районының Юлдыбай ауылында яугир-интернационалист Р.Х. Ҡолһариндың яҡты иҫтәлегенә арналған милли көрәш буйынса район-ара турнир уҙҙы. Унда Баймаҡ командаһы ла ҡатнашты һәм яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Үҙ ауырлыҡ категорияһында Солтан Миңлебаев, Барый Миңлебаев, Аслан Миңлебаев, Рәфил Минғәлиев, Ислам Йосопов, Йәмил Әҙеһәмов, Фидан Шәйнуров чемпион булып табылды. Сынтимер Исмәғилов, Ислам Ҡәйепҡолов, Ислам Яхин, Йәмил Әбсәләмов, Айгизәр Хисмәтуллин көмөш миҙалға лайыҡ булдылар.

Абсолют еңеүсе булып танылған Солтан Миңлебаев 10 мең һумлыҡ премияға лайыҡ булды.

Баймаҡ көрәшселәрен еңеүҙәре менән ҡотлап, тағы ла бейегерәк үрҙәр теләйбеҙ.

Баймаҡ көрәшселәренең яңы еңеүҙәре
Баймаҡ көрәшселәренең яңы еңеүҙәре
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас