Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Март , 15:10

Ишейҙә - Наурыҙ байрамы

Ишей ауылында  "Наурыҙ" байрамы үткәрелде. Наурыҙ - башҡорт һәм башҡа күп төрки халыҡтарының яҙҙы ҡаршылау байрамы. Сарала мәктәп, ағинәйҙәр, клуб , ауыл ҡатын- ҡыҙҙары ҡатнашты. Йомаҡтарға яуаптар эҙләнеләр , һикерҙеләр, йүгерҙеләр, түңәрәктә әйлән- бәйлән, арҡан тартышып көс һынаштылар, бейенеләр ҙә, шулай уҡ төрлө ярыштарҙа ҡатнаштылар. Һәр кем командаһы өсөн янып -көйҙө, шулай ҙа дуҫлыҡ еңде.  Артабан  бергәләшеп, байрам табыны артында тәмлекәстәр менән һыйландылар.

Ишейҙә - Наурыҙ байрамы
Ишейҙә - Наурыҙ байрамы

Ишей ауылында  "Наурыҙ" байрамы үткәрелде. Наурыҙ - башҡорт һәм башҡа күп төрки халыҡтарҙың яҙҙы ҡаршылау байрамы. Сара ла мәктәп, ағинәйҙәр,клуб , ауыл ҡатын- ҡыҙҙары ҡатнаштылар.Йомаҡтарға яуаптар эҙләнеләр , һикерҙеләр, йүгерҙеләр,түңәрәктә әйлән- бәйлән, арҡан тартышып көс һынаштылар,бейенеләр ҙә, шулай уҡ төрлө ярыштарҙа ҡатнаштылар. Һәр кем командаһы өсөн янып -көйҙө шулай ҙа дуҫлыҡ еңде. Сараның икенсе өлөшөндә байрамдың атрибуты ҡарасҡыны яндырҙыҡ . Артабан бөтәбеҙҙә бергәләшеп, байрам табыны артында тәмлекәстәр менән һыйландылар.. Гел шулай берҙәм һәм бергә булайыҡ!

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас