-1 °С
Болотло
Балаҡатай районынан БПЛА операторы Суворов миҙалы менән бүләкләнде. Ибраһимов Вадим Ринат улы Урғалы ауыл советынан 2024 йылдың авгусынан махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурыстар үтәй. Ул Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм пилотһыҙ осоу аппараттары операторы булып хеҙмәт итә. Хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Вадим Ринат улы Суворов миҙалы менән бүләкләнде. Был награда хәрби бурысын намыҫ менән үтәгәндәр өсөн иң әһәмиәтлеләрҙең береһе тип иҫәпләнә. Афарин, яугир!
"Башкирский батальон" төркөмөнән