Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Март , 07:30

Төклө аяғың менән, килен!

Хәйерле иртәнең хәйерле хәбәре - килен төштө! Түбәнге Иҙрис ауылы батыры Арғынбаев Илшат Ришат улы Бөрйән районы һылыуы Байғаҙы ауылы ҡыҙы Дәүләтҡолова Наҙгөл Урал ҡыҙын кәләш итеп алды. Иң яҡты, иң бәхетле, һоҡланғыс ғүмер теләйбеҙ!

Төклө аяғың менән, килен!
Төклө аяғың менән, килен!

Түбәнге Иҙрис ауылы егете Арғынбаев Илшат Ришат улын һәм Бөрйән районы Байғаҙы ауылы ҡыҙы Давлеткулова Наҙгөл Урал ҡыҙын никах туйҙары менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙгә алдағы көнөгөҙҙә аҡ бәхет, ныҡлы сәләмәтлек, тигеҙ, тыныс тормош, саф мәхәббәт теләйбеҙ.

Оло юлға һеҙ сығаһығыҙ бөгөн,

Бергә ҡушып ике йөрәкте.

Юл алдынан әйтәйек һеҙгә

Ысын күңелдән изге теләкте.

Беҙ теләйбеҙ һеҙгә

Айырылмаһын тормош юлығыҙ.

Ғүмер һуҡмаҡтарын уҙған саҡта

Аҙашмағыҙ, зирәк булығыҙ!

Осраштырған һеҙҙе яҙмыш,

Ғашиҡ парҙар булғаныһығыҙ.

Сәсте сәскә бәйләшергә

Вәғәҙәләр ҡорғанһығыҙ.

Тормошҡа аяҡ баҫаһығыҙ,

Пар килгәнһегеҙ икегеҙ.

Һөйөшөп кенә йәшәгеҙ,

Тигеҙ ғүмер итегеҙ!

Ҡотло булһын никах туйы!

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас