Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Март , 19:20

"Батыр" оператор һөнәрен һайлаған

Хәрби юлын Рәмил гранатометсы булып башлай, әммә яугир яңы һөнәрҙе лә үҙләштерергә ҡарар итә. Ул пилотһыҙ осоу аппараттарын эксплуатациялау буйынса белгес квалификацияһын ала. Заманса техниканы үҙләштереү «Батыр» ға һуғыш яланында тағы ла һөҙөмтәлерәк хеҙмәт итергә мөмкинлек бирә. «Батыр» ҙың юғары һөҙөмтәләре һәм шәхси батырлығы командование тарафынан билдәләнә. Рәмил генерал Шайморатов миҙалы, «Хәрби батырлыҡтары өсөн» һәм «МХО-ла ҡатнашыусыһына» миҙалдары менән бүләкләнә.    Әгәр һеҙҙең пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү тураһында һорауҙарығыҙ булһа, +7 964 956-75-41, +7 960 805-75-76 телефондарына шылтыратығыҙ.

"Батыр" оператор һөнәрен һайлаған
"Батыр" оператор һөнәрен һайлаған

Балаҡатай районының Иҫке Маскара ауылынан МХО яугире  Рәмил Бәҙретдинов БПЛА менән идара итеүҙе үҙләштерҙе. «Башҡорт батальоны» каналы хәбәр итеүенсә, ул 2022 йылдан алып  «Батыр» позывнойы аҫтында  хеҙмәт итә. Хәрби юлын Рәмил гранатометсы булып башлай, әммә яугир яңы һөнәрҙе лә үҙләштерергә ҡарар итә. Ул пилотһыҙ осоу аппараттарын эксплуатациялау буйынса белгес квалификацияһын ала. Заманса техниканы үҙләштереү «Батыр» ға һуғыш яланында тағы ла һөҙөмтәлерәк хеҙмәт итергә мөмкинлек бирә. «Батыр» ҙың юғары һөҙөмтәләре һәм шәхси батырлығы командование тарафынан билдәләнә. Рәмил генерал Шайморатов миҙалы, «Хәрби батырлыҡтары өсөн» һәм «МХО-ла ҡатнашыусыһына» миҙалдары менән бүләкләнә.   

Әгәр һеҙҙең пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү тураһында һорауҙарығыҙ булһа, +7 964 956-75-41, +7 960 805-75-76 телефондары буйынса шылтыратығыҙ.

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас