

21 март - бөтә донъя шиғриәт көнө. 1999 йылда ЮНЕСКО-ның 30-сы конференцияһында был көндө билдәләү тураһында ҡарар сығарыла. Ҡарарҙа: “Шиғриәт хәҙерге замандың иң үткер һәм тәрән рухи һорауҙарына яуап бирә ала, һәм шуға ла уға йәмғиәт иғтибарын мөмкин тиклем киң йәлеп итергә кәрәк”, – тигән юлдар бар.
Республикала шиғри һүҙгә, уның көсөнә иғтибар ҙур, йыл һайын билдәле шағирҙарҙың китаптары донъя күрә, телевидение-радио эфирында әленән-әле шиғырҙар уҡыла, яңы проекттар әҙерләнә. Ә районыбыҙҙың белем усаҡтарында, китапханаларында ла был дата айҡанлы бай йөкмәткеле саралар ойошторола. Бөгөн шиғриәт көнөнә бағышлап, Ҡолсора ауыл китапханаһында 4 класс уҡыусылары (етәксеһе Тәслимә Әширәф ҡыҙы) өсөн матур сара үтте. Ул “Тыуған яғыбыҙҙы шиғырҙарыбыҙҙа данлайбыҙ” тип аталды. Уҡыусылар шиғриәт донъяһына сәйәхәт ҡылып, яҡташ шағирҙарыбыҙ тураһында бай мәғлүмәт алды һәм үҙҙәре әҙерләп килгән шиғырҙарын яттан һөйләп, бәйгелә ҡатнаштылар.