Новости
19 Март , 04:50

Сәләмәт туҡланыу

Республика мәктәптәрендә "Сәләмәт туҡланыу" аҙналығы бара. Ҡаланың 5-се мәктәбе 3 "б" класс уҡыусылары өсөн уҡытыусылары Венера Ҡасҡинова кулинар оҫталыҡ-дәресе уҙғарҙы.

Республика мәктәптәрендә "Сәләмәт туҡланыу" аҙналығы бара. Ҡаланың 5-се мәктәбе 3 "б" класс уҡыусылары өсөн уҡытыусылары Венера Ҡасҡинова кулинар оҫталыҡ-дәресе уҙғарҙы. Уның өсөн ата-әсәләр комитеты ағзаһы Наҙгөл Фәрит ҡыҙы Уразбаеваны саҡырғандар. Ул уҡыусыларға тәмле һәм файҙалы коктейль әҙерләү рецебын күрһәтте.
Уҡытыусы балаларға баланслы туҡланыуҙың организм үҫешенә йоғонтоһон һәм файҙаһының мөһимлеге хаҡында һөйләне. Ә Наҙгөл Фәрит ҡыҙы өй шарттарында емеш-еләк коктейлен нисек тиҙ һәм тәмле әҙерләргә кәрәклеген эшләп күрһәтте. Һәр кулинар эштең иң күңелле өлөшө - ул тәмләп ҡарау. Витаминлы эсемлек әҙер булғас уҡыусылар тәмләп тороп рәхәтләнеп эсте. Алынған белемде һәм оҫталыҡты балалар өй шарттарында ҡуллана аласаҡ, тип беҙгә хәбәр итте Венера Морат ҡыҙы.

Сәләмәт туҡланыу
Сәләмәт туҡланыу
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас