Һамар өлкәһенең “Циолковский” шифаханаһында шашка буйынса Рәсәй беренселеге үтте. Унда 9, 11 һәм 14 йәшлек үҫмерҙәр ҡатнашты. Рәсәйҙең төрлө төбәгенән 322 уҡыусы үҙҙәрен иң яҡшыһы итеп күрһәтеү өсөн бар тырышлығын һалды. Баймаҡ балалар ижады үҙәге тренеры З.Зөбәиров етәкселегендә ҡаланың 3-сө мәктәбе уҡыусыһы Эмир Иҫәндәүләтов та ҡатнашты. Ул булған категорияла 19 төбәктән 40 шашист көс һынашты. “Шунда уҡ һәм тиҙ” программаһында ул үҙ таҡтаһында 9 турҙың 18 мөмкинселегенән 11 мәрәй тупланы. Беренсе уйында уҡ иң яҡшылар рәтенә сығыуға өлгәште. Был уға 2-се ололар разрядын алыу мөмкинлеген бирҙе. Һөҙөмтәлә Эмир Иҫәндәүләтов 14-се урынды яуланы.
Был яҡшы һөҙөмтә. Турнирҙа алған тәжрибә йәш шашисты киләһе уңыштарға юл асыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Афарин, Эмир!