+5 °С
Облачно
15-16 мартта Белорет ҡалаһында 2011 йылғы үҫмерҙәр өсөн Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге йылына ҡарата баскетбол буйынса турнир уҙҙы. Майҙанда биш команда үҙҙәрең оҫталыҡтарын күрһәтеп, иң яҡшыһы булып танылыу өсөн көс һынашты. Һөҙөмтәлә Баймаҡ ҡалаһының “Шторм” командаһы беренсе урынды яуланы. Белорет – икенсе, Красная Башкирия командаһы өсөнсө урынды алды.
Баймаҡ данын яҡлап сығыш яһаған “Шторм” командаһын еңеүҙәре миенән ҡотлайбыҙ һәм киләһе уйындарҙа ла еңеү теләйбеҙ!